Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Череповецта ғаилә, әсәлек һәм балалыҡ өлкәһендәге дәүләт сәйәсәте мәсьәләһе буйынса Дәүләт Советы Президиумы ултырышында ҡатнашты. Уны Рәсәй Президенты Владимир Путин үткәрҙе.
Сара барышында ил башлығының май айындағы указдарының үтәлеше тикшерелде.
Ултырышты асып, Владимир Путин, сабыйҙар һанын арттырыу өсөн шарттар булдырыу, әсәлекте һәм балалыҡты һаҡлау, ғаилә институтын нығытыу – Рәсәйҙәге өҫтөнлөклө бурыстар, тип билдәләне. Улар дәүләтебеҙҙең бөгөнгөһө һәм киләсәге өсөн ҙур әһәмиәткә эйә һәм бөтә кимәлдәге власть органдарынан, йәмғиәттән, граждандарҙан системалы эш талап итә. Әле ил Хөкүмәте ғаилә сәйәсәте концепцияһын эшләй.
— Дәүләттең ошо өлкәләге төп бурысы – тотороҡло ғаиләнең именлеге өсөн шарттар тыуҙырыу, — тине Владимир Путин. – Ул байтаҡ күрһәткестәргә: тәү сиратта ғаиләнең килеменә, торлаҡ шарттарына, белем биреү һәм медицина хеҙмәттәре сифатына, балаларҙың һәм өлкәндәрҙең физик, әхлаҡи сәләмәтлегенә бәйле.
Журналистарҙың Башҡортостандағы ҡайһы бер райондарҙа һәм ҡалаларҙа балалар баҡсаларына сиратты бөтөрөүгә өлгәшеү алымдары тураһындағы һорауҙарына яуап биреп, Рөстәм Хәмитов 2010 йылда уҡ республикала, ошо мәсьәләнең әһәмиәтен аңлап, яңы баҡсалар төҙөү буйынса ҙур программаның тормошҡа ашырыла башлауын билдәләне. 2011 йылда ғына мәктәпкәсә учреждениелар һалыуға 5 миллиард һум самаһы аҡса йүнәлтелә. Өс йыл эсендә балалар баҡсаһына сират өсләтә кәмей. Ә ҡайһы бер ҡалаларҙа, мәҫәлән, Салауатта һәм Ишембайҙа сират бөтөнләй юҡ.