Белмәһәң – өйрәтербеҙ, теләмәһәң – мәжбүр итербеҙ19.02.2014
300 меңдән 500 мең һумға саҡлы штраф. “Берҙәм Рәсәй” сәйәси фирҡәһенең Дәүләт Думаһындағы депутаттар фракцияһы әҙерләгән закон проекты ҡабул ителә ҡалһа, нацизмды аҡларға һәм тергеҙергә маташыусыларға ҡарата хөкөм тәртибендә ошондай яза ҡулланылыуы ихтимал.

Конституцияға ҡаршы килә
“Утро.ру” интернет-гәзите хәбәр итеүенсә, Думаның именлек һәм коррупцияға ҡаршы тороу комитеты рәйесе Ирина Яровая документҡа шундай аңлатма бирә: “Нацизмды тергеҙергә маташыу торған һайын йәмһеҙерәк күренеш ала бара, һәм был закон уны иҫкәртеү маҡсатында ҡабул ителә”.
Законға фирҡә әһелдәре тәрбиәүи мәғәнә һала. Дәүләт Думаһы рәйесе урынбаҫары Сергей Железняк фекеренсә, “беҙ йәштәрҙә Тыуған илгә һөйөү, патриотик тойғолар тәрбиәләргә бурыслыбыҙ. Бөйөк ата-бабаларыбыҙ быуаттар төпкөлөнән Ватанға мөнәсәбәтен тап шулай белдергән”. Тимәк, урыҫтар әйтмешләй, “не умеешь – научим, не хочешь – заставим!”
Нацизмды аҡларға, унан да ғәйре тергеҙергә маташыу нимәлә сағылыш таба? Депутаттар был турала тәғәйен һүҙ алып бармай, ләкин һуңғы йылдарҙа Санкт-Петербург ҡалаһында милли күрә алмаусанлыҡ ерлегендә Урта Азия һәм Кавказ буйы халыҡтары вәкилдәрен вәхшиҙәрсә үлтереү, ошо уҡ нигеҙҙә Мәскәүҙә ара-тирә күҙәтелгән үлтереш-бәрелештәр закон проектының ни өсөн индерелеүен бер аҙ асыҡлай кеүек.
Документ буйынса йәмәғәтселектә фекер алышыу ойоштороласағы хаҡында әйтелеүгә ҡарамаҫтан, ҡайһы бер граждандар уға ҡарата шәхси мөнәсәбәтен еткерергә өлгөрҙө. Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Граждандар йәмғиәтен үҫтереү һәм Кеше хоҡуҡтары буйынса совет ағзаһы Даниил Дондурей “Известия” гәзитенә белдереүенсә, “закон проекты Рәсәй Конституцияһына ҡаршы килә, сөнки ул ваҡиғаларҙы аңлауҙың мөһим нигеҙҙәрен юҡҡа сығара”. Тарихты көсләп аңлатырға тырышыу беҙгә ҙур зыян килтерәсәк, ти Дондурей. Рәсәй дәүләт гуманитар университетының журналистика кафедраһы мөдире, билдәле тележурналист Николай Сванидзе ла “Новые известия” гәзитенә интервьюһында был документты бойондороҡһоҙ матбуғатҡа һөжүм тип атай.
Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Кеше хоҡуҡтары буйынса совет ағзаһы, Рәсәй Фәндәр академияһы Социология институтының баш ғилми хеҙмәткәре Светлана Айвазова фекеренсә, “халыҡҡа үҙ үткәне тураһында уйланыуҙы тыйырға ярамай”. Әгәр ҙә уйланыусылар менән мыҫҡыл итергә тырышыусыларҙы айырып ҡарарға теләйҙәр икән, уның сиктәрен билдәләү мөһим, ти ғалимә. Проектты әҙерләү алдынан һис юғында Кеше хоҡуҡтары буйынса советтың тарихи хәтер комиссияһы ағзаларының фекерен белергә ине.
Документтың фашистик Германияны еңеүҙең 70 йыллығы алдынан тәҡдим ителеүе байтаҡ һорау тыуҙыра. Ни өсөн ундай кәйефтәр фашизмды ҡыйратыуҙа хәл иткес роль уйнаған йәмғиәттә күҙәтелә, уның сәбәптәре нимәлә, был йәмһеҙ күренешкә сик ҡуйыу өсөн йәмәғәтселек һәм дәүләт органдары яғынан ниндәй саралар күрелеүе мотлаҡ? Ошо һорауҙарға объектив һәм тулы яуап тапмай тороп, проектты ҡабул итеү урынлы булырмы?
“Утро.ру” хәбәр итеүенсә, был документ, биш йыл элек үк әҙер булыуға ҡарамаҫтан, тикшереүгә сығарыу туҡтатылған. Уны ҡапыл “иҫкә төшөрөү” өсөн күптән түгел Санкт-Петербург ҡалаһындағы “Дождь” телеканалының үҙ тамашасыларына ҡаланы һәм халҡын һаҡлап ҡалыу өсөн бирелергә (дошманға – М.Х.) кәрәк булманымы икән, тигән һорауы сәбәпсе була. Был һорауҙа нацизмды аҡларға маташыуҙы күреп, ығы-зығы ҡуба. “Известия”ның хәбәренә ҡарағанда, Ленинград блокадаһы шаһиттары телеканалдан әхлаҡи зыянды ҡаплатыу рәүешендә мәхкәмә аша 50 миллион һум талап итәсәген белдерҙе.
Әлбиттә, йыраҡ Ленинград ваҡиғалары буйынса унда көн итеүселәр үҙҙәре уртаҡ фекергә килер, әммә фашизмдың тап ошо ҡалала яңы кәүҙәләнеш табыуы кисекмәҫтән һәм етди өйрәнеүгә мохтаж. Ләкин Дәүләт Думаһы иғтибарына сығарылған документ ошондай күренештәрҙең сәбәбен бөтөрөүҙе түгел, ә эҙемтәгә ҡаршы көрәшеүҙе маҡсат итеп ҡуя. Быны исеме үрҙә телгә алынған Светлана Айвазова ла билдәләй: “Рәсәй закондары былай ҙа тыйыу санкциялары менән тулған”. Халыҡ вәкилдәренең ошо ябай ғына күренешкә иғтибары етмәүе уларҙың мәнфәғәт даирәһе йәмғиәттеке менән тап килмәүен, ә фекерләү һәләтенең тарлығын аңлатмаймы икән?

Депутатҡа күҫәк килешмәй
Бөйөк Ватан һуғышына – ете, ә Рәсәй йәмәғәтселегенең яңы ҡоролошҡа аяҡ баҫыуына ике тиҫтә йыл үтеүгә ҡарамаҫтан, Бөйөк Британия журналисының Владивосток ҡалаһынан йыраҡ түгел Русский утрауында үткәрелгән Азия-Тымыҡ океан саммиты айҡанлы яҙған түбәндәге юлдары иҫкә төшә. Кеше егерме йәшкә еткәс, артабан нисек тормош ҡороу тураһында етди уйлана, ти журналист, ләкин яңы ҡоролошҡа аяҡ баҫыуына егерме йыл үтеүгә ҡарамаҫтан, Рәсәй йәмәғәтселеге үҙен һаман да бала хәлендә тота. Фекер беҙҙең ерлектә яралмаһа ла, уны дәлилләп байтаҡ миҫал килтерергә мөмкин. “Дождь” телеканалы тирәләй ҡупҡан ығы-зығы ла ошо турала һөйләй. Билдәле тележурналист Леонид Парфеновтың Совет власы йылдарында халыҡҡа ҡаршы ҡылынған енәйәттәр ҙә үрҙә телгә алынған закон проекты күҙлегенән баһаланырға хаҡлы тигән тәҡдиме тураһында һүҙ йөрөтөп тормайым. Бындай ҡараш та, уны белдереүсе киң танылған граждан ауыҙынан сыҡҡас, йәшәргә хаҡлылыр.
Үҙҙәренә юғары эш хаҡы, шундай уҡ пенсия тәғәйенләүгә өлгәшкән, күптәрҙең төшөнә лә кермәгән эш шарттары булдырған депутаттар ни өсөндөр ошолар хаҡында уйланмай кеүек. Ә бит күҫәк күтәреү өсөн аҡыл кәрәкмәй, ә бына сәбәп менән эҙемтәне айыра белеү унһыҙ мөмкин түгел. Халыҡ вәкиле булыу үҙеңде һайлап ҡуйған граждандар алдында түрәлек күрһәтеүҙе түгел, ә граждандар мәнфәғәтендә хеҙмәт итеүҙе аңлата.



Вернуться назад