Сәйәси һиҙгерлек талап ителә15.02.2014
2014 йыл тарихи ваҡиғаларға бик бай булмаҡсы. Совет ғәскәрҙәренең Афғанстандан сығарылыуына 25 йыл тулды. Шулай уҡ Берлин стенаһын емереүгә лә быйыл – сирек быуат. Икенсе Бөтә донъя һуғышы башланыуға – 75, Беренсе Бөтә донъя һуғышы тоҡаныуға 100 йыл тула. Афғанстанды иҫәпләмәгәндә, был ваҡиғаларҙың барыһы ла Европа менән бәйле. Совет етәкселегенең сит илгә ғәскәр керетеү уйы Мәскәүҙә бойомға ашырылыуын иҫәпкә алғанда, Афған һуғышын булдырыу ҙа Европала башланған тип әйтергә мөмкин. Шулай булғас, ул, тарихи хаталарҙан һабаҡ алып, үлтереү-ҡыйралыштарҙы бер ҡасан да булдырмаҫ өсөн эш алып барырға, башҡа ҡитғаларға өлгө булырға тейештер.

Тик бөгөнгө хәл-ваҡиғалар бының киреһен раҫлаған кеүек. Европала барыһы ла, бер төптән һөйләшеп ҡуйғандай, “һалҡын һуғыш” йылдарындағы кеүек, Рәсәйгә ҡарата аҫтыртын эш башланы. Ошондай идеология алып барылыуы үтә лә хәүефле күренеш. Бындай хәл 2013 йылдың декабрь айында Киев ҡалаһында ОБСЕ сит ил эштәре министрҙарының осрашыуында ла булып алғайны. Яңыраҡ Мюнхен ҡалаһында хәүефһеҙлек мәсьәләләләре буйынса уҙғарылған конференцияла ла Рәсәйҙе төп дошман итеп күрһәтеүгә йүнәлтелгән сығыштарға урын бирелде. Ә бит илебеҙҙең тышҡы сәйәсәте АҠШ-ҡа ла, ЕС-ҡа ла ҡаршы йүнәлтелмәгән кеүек. Рәсәйҙең яҡын киләсәктәге тышҡы сәйәсәтен Владимир Путин асыҡ әйтеп бирҙе. Ул Лиссабондан (Европаның иң көнбайышында урынлашҡан Португалияның баш ҡалаһы) алып Владивостокка тиклем иҡтисади һәм гуманитар офоҡ булдырып, ошо биләмәлә халыҡтың иркен күсеп йөрөүен, ирекле сауҙа итеү һәм хеҙмәт күрһәтеүен күҙаллай. Төптәнерәк уйлап ҡараһаҡ, уларҙың юлына арҡыры төшәбеҙ кеүек. Мәҫәлән, Төньяҡ Африкала революциялар башланғас, Рәсәйҙең был илдәргә ҡарата үҙ ҡарашы, хәл-ваҡиғаларҙы көйләү өсөн үҙ “рецебы” булды. АҠШ һәм Көнбайыш илдәре Ирандың уран байыта башлауына ҡырҡа ҡаршы торған саҡта, Рәсәй был илгә ҡарата теләктәшлек күрһәтте һәм әле лә күрһәтә. Ул ғына ла түгел, Иранға хәрби ҡорал да бирҙе. Сүриә конфликты башланғас, ошо илдең оппозиционерҙары менән бер төптән булып, АҠШ һәм ЕС илдәре Бәшәр Әсәд режимын ҡолатыу буйынса эш башланы. Бында ла Рәсәй Көнбайыш сәйәсәтенә ҡаршы сығып, Бәшәр Әсәдте яҡлау һағына баҫты. Әле килеп Украина өсөн тартҡылаш башланды. Ошо һанап үтелгән һәм башҡа сәбәптәр АҠШ һәм ЕС илдәрендә Рәсәйгә ҡарата күрә алмаусанлыҡ тойғоһо уятырға ерлек бирә лә инде.
Ике яҡлы ҡапма-ҡаршылыҡлы сәйәсәт әлегә Рәсәй файҙаһына хәл ителә кеүек. Әлбиттә, Төньяҡ Африка илдәрендә Көнбайыш еңде. Ә бына Иран һәм Сүриә мәсьәләһендә Рәсәй позицияһы өҫтөнлөк алды. Рәсәй һәм Ҡытайҙың Иранды яҡлап ныҡ тороуы һөҙөмтәһендә был ил тыныс маҡсатта уран байытыу хоҡуғын халыҡ-ара кимәлдә яҡлай алды. Сүриә буйынса ла Рәсәй үҙ һүҙен һүҙ итеүгә өлгәште – Бәшәр Әсәд власта ҡалды. Дөрөҫ, был илдә ныҡлы тыныслыҡ урынлаштырырға оҙаҡ әле. Планлаштырылған “Женева-2” килешеүе лә бойомға ашманы. Быға Украиналағы хәл-ваҡиғалар сәбәпсе булды тиһәң, һис тә арттырыу түгел.
Әле АҠШ һәм ЕС илдәре Сүриәне бер ситкә ҡуйып тороп, бар иғтибарын Украинаға йүнәлтте. Яңыраҡ АҠШ Конгресының вәкилдәр палатаһында “Украина халҡының демократияға һәм Европаға ынтылышын” хуплау буйынса резолюция мәсьәләһе ҡаралды һәм 383 конгресмендың 381-е ыңғай тауыш бирҙе. Урам сыуалыштарына сыҡҡан бер төркөм кешенең уй-фекере генә барлыҡ халыҡтың “демократияға ынтылышы” була аламы икән? Ғәмәлдәге власҡа урам сыуалыштары аша баҫым яһап та, “халыҡ фекере” булдырыуҙы дөрөҫ алым тип әйтеп булмай. Ә бит Евросоюз илдәре баш ҡалаларында ошондай урам боларыштары ҡылыу йәмәғәт тәртибен боҙоу һәм демократик ҡоролошҡа ҡурҡыныс янау тип ҡабул ителә. Шул уҡ ваҡытта үҙҙәрен украин оппозицияһы тип танытыусылар араһында милли экстремистик, фашистик аң менән һуғарылыусылар ҙа юҡ түгел. Уларҙың ҡайһы берҙәре оппозициялағы “Удар”, БЮТ, “Батькивщина” партияларына ла буйһонмай, болғансыҡ һыуҙа балыҡ тоторға маташып, үҙ сәйәсәтен алға һөрә. Йәғни оппозиция күләгәһенә ышыҡланып, радикаль-экстремистик төркөмдәр күренә башланы. Ошондай шарттарҙа Евромайҙан киңәйә барып, илдең көнсығышына ла күсте. Днепропетровскиҙа ла урамға сыҡтылар. Был ҡалала власть партияһына ҡаршылар күп түгел, әммә бар. Виктор Януковичтың Төбәк партияһы вәкилдәре “Фашизмға ҡаршыбыҙ!” лозунгыһы аҫтында ризаһыҙлыҡ акцияһы ойошторҙо. Был инде илдең ике-өс фронтҡа бүленеүе хаҡында һөйләй.
АҠШ һәм ЕС илдәре ошонан оҫта файҙалана ла инде. Улар Украина халҡының “демократик принциптарын” хуплап, илгә аҡсалата ярҙам күрһәтмәксе. Йәғни перәник биреп ымһындырмаҡсылар. 13 февралдә Вашингтон ҡалаһында Европа илселеге башлығы Кэтрин Эштон менән Халыҡ-ара валюта фондының сығымдар бүлеүсе директоры Кристин Лагард Украинаға аҡсалата ярҙам күрһәтеү мәсьәләһен тикшерҙе. “Көнсығыш партнерҙар” проекты авторҙары белдереүенсә, Бойондороҡһоҙ Дәүләттәр Берләшмәһенең көнсығышында урынлашҡан илгә был ярҙам үҫеш һәм модернизация өсөн кәрәк буласаҡ. Шул уҡ ваҡытта Украинаның тарихи традицияларға нигеҙләнгән бәйләнештәре инҡар ителә. Уны Рәсәй йоғонтоһонан арындырып, тулыһынса үҙ ҡурайҙарына бейетмәкселәр. Ә бит ил Польша яҙмышын ҡабатлап, тиҙ арала ғына Европа союзы ағзаһы булып китә алмаясаҡ.
Ғөмүмән, Украинаны Европа союзына ағза итеп ҡабул итеү хаҡында бөтөнләй һүҙ юҡ. Рәсми Брюсселгә был ил халҡы киләсәктә эшсе көс итеп файҙаланыу өсөн генә кәрәк. Шуға ла Рәсәйгә ыңғай ҡарашы булған бөгөнгө етәкселекте алып ташлап, уларҙың йырын йырлаусы кешене килтереп ултыртыу мөһим.
Алтын урталыҡты һайлаған Швейцарияла яңыраҡ миграция сәйәсәтен көйләүсе яңы закон ҡабул ителде. Был ил ситтән күсеп килеүселәргә сикләү индерҙе. Әлбиттә, бының өсөн рәсми Брюсселдән ҡаты тәнҡит һүҙе ишетте. Ә бына Румыния иһә киләсәктә киңәйергә иҫәп тота. Был ил Молдованы һәм Днестр буйы Республикаһын үҙ составына ҡушырға ниәтләнә. Ошондай шарттарҙа ЕС илдәренә Рәсәйҙән сүп эҙләргә һәм булмаған бәләләрҙе уға япһарырға түгел, ә иҡтисади партнер булараҡ, рухи ҡиммәттәрҙе лә бергәләшеп нығытыу өҫтөндә эш алып барырға кәрәктер. Европа союзы менән Рәсәй үҙ-ара хеҙмәттәшлек итеү юлында маҡсатҡа йүнәлешле хеҙмәттәшлек булдырмаһа, XX быуаттағы ыҙғыш-тартҡылаштың йәнә ҡабатланыуы бар. Ә был ике яҡ өсөн дә файҙалы түгел. Тимәк, сәйәси һиҙгерлек кенә был аҙымдан ҡотҡарасаҡ.


Вернуться назад