“Аҙ ғына ла шикләнмәнек”14.02.2014
Өфө ҡалаһы хакимиәтендә Президент Рөстәм Хәмитов ҡала Советы депутаттары, район хакимиәттәре башлыҡтары һәм башҡа рәсми кешеләр менән осрашҡанда Ирек Ялаловты ҡала мэры булып ҡайтанан һайланыуы менән ихлас ҡотланы.

– Яуаплы вазифаға күп кандидаттар теркәлде, өр-яңы кешеләрҙе күрҙек, һәр береһенең фекерен тыңланыҡ, – тине Рөстәм Зәки улы. – Шулай булырға тейеш тә. Ирек Ишмөхәмәт улына ышаныс белдергәне өсөн депутаттарға рәхмәт һүҙҙәрен еткерәм, дөрөҫөн әйткәндә, беҙ уның еңеүенә аҙ ғына ла шикләнмәнек.
Президент һуңғы йылдарҙа Өфөнөң һәр йәһәттән дә эҙмә-эҙлекле үҫешен, яҡшы һөҙөмтәләрҙең күренеүен ыңғай яҡтан телгә алды. Бындай күрһәткестәр өсөн, һис шикһеҙ, ғорурланырға кәрәк, тине ул.
Ысынлап та, ҡаланың уңышҡа өлгәшеүе күҙ алдыбыҙҙа һәм һәр ҡаҙанышы тураһында хәбәрҙарбыҙ. Халыҡ һанының артыуы, торлаҡ төҙөлөшөнөң йылдам үҫешеүе, сауҙа майҙандарының киңәйеүе, инвестиция күләменең күбәйеүе һәм бүтәндәр — шуға асыҡ миҫал.
"Халыҡ әлеге тормошо менән ҡәнәғәтме?" Төбәк башлығы, залға ошо һорау менән мөрәжәғәт итеп, телмәрен артабан дауам итте. Әйткәндәй, дөйөм алғанда власть вәкилдәренә килгән хаттарҙың күбеһе ҡала халҡының өлөшөнә төшә. Был хәл өфөләрҙең, әүҙем һәм талапсан кеүек сифаттарға эйә булыуынан тыш, ҡайһы бер асыҡланмаған мәсьәләләрҙең барлығы тураһында ла һөйләй түгелме? Ҡалала граждандарҙы авария хәлендәге һәм иҫке йорттарҙан яңыһына күсереү мәсьәләһен көйләйһе бар, торлаҡ-коммуналь хужалыҡты ла алға сығарыу зарур, шулай уҡ юлдарҙың торошон да яҡшыртырға кәрәк.
Рөстәм Хәмитов әйтеүенсә, ябай кешеләрҙең мәнфәғәтен ҡайғыртыу – төп бурысыбыҙ, ҡыҫҡаһы, был тәңгәлдә беҙгә эшләргә лә эшләргә.
Айырыуса һуңғы ваҡытта халыҡтың үҙ-үҙенә ҡарата баһаһы артыуын һәм кешелек ҡиммәттәренең үҫеүен һыҙыҡ өҫтөнә алды республика етәксеһе.
– 2015 йылда баш ҡалала ШОС һәм БРИКС дәүләттәре башлыҡтарының халыҡ-ара саммиты үтәсәк, донъя кимәлендәге мәртәбәле сара уңайынан Өфө танымаҫлыҡ булып үҙгәрәсәк. Шул уҡ ваҡытта спорттың Олимпия төрөнә ҡарамаған Бөтә донъя уйындары тураһында ла оноторға ярамай, – тине республика Президенты.
Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы Ирек Ялалов телгә алынған кәмселектәрҙе, теркәлгән етешһеҙлектәрҙе төҙәтергә, ҡулдан килгәнсә яҡшыраҡ эшләргә вәғәҙә бирҙе.



Вернуться назад