Илһөйәрлек ҡайҙан башлана?14.02.2014
Илһөйәрлек ҡайҙан башлана?
Ошо көндәрҙә республика Хөкүмәтендә хәрби хеҙмәт йәшенә тиклемге йәштәргә патриотик тәрбиә биреү тураһында һөйләшеү булды. Уны Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов алып барҙы.

— Һаман да егеттәр армияла хеҙмәт итеүҙән ҡасып ҡалырға тырыша. Был юѕыҡта маҡсатлы эшләргә кәрәк. Әлбиттә, тиҙ генә һөҙөмтә булыр тип өмөтләнергә ярамай. Шулай ҙа ҡул һелтәп тә ҡуя алмайбыҙ, эште мәктәптән үк башлайыҡ, — тине Рөстәм Зәки улы.
Кадет мәктәптәренә туҡталып, Ишембай ҡалаһындағыһы миѕалға килтерелде. Эйе, егеттәрҙе хәрби-патриотик рухта тәрбиәләү өсөн улар бик мөһим. Тик ҙур республика өсөн бер махсус кадет корпусының ғына етмәүе аңлашыла.
Бынан тыш, Президент мәктәптәрҙә спорттың техник төрҙәрен үѕтереү кәрәклеге тураһында ла әйтте. Һүҙ радиоэлектроника, робот техникаһы, бәләкәй авиация, программалау тураһында бара. Уның фекеренсә, ошо йүнәлештәрҙе үѕтереү егеттәрҙе хәрби хеҙмәткә әҙерләүҙең уңышлы юлы буласаҡ. Йәштәрҙе спорт һәм физик культураға ылыҡтырыу яғынан да нығыраҡ эшләргә, яңы спорт объекттары төҙөргә кәрәк тигән бурыс ҡуйылды.



Вернуться назад