Халыҡ ниндәй баһа бирә?12.01.2012
10 ғинуарҙа Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте Рәйесе Владимир Путин рәйеслегендәге видеоселектор кәңәшмәһендә ҡатнашты. Унда Рәсәй Федерацияһы субъекттарының башҡарма власть органдары эшмәкәрлегенең һөҙөмтәлелеген баһалау тураһында һүҙ барҙы.
“Отчеттар йыш ҡына ыңғай була, ә граждандар төбәк етәкселеге эшенең һөҙөмтәлелегенә түбән баһа бирә. Ҡағыҙҙағы күрһәткестәр менән граждандарҙың ҡаҙаныштарға мөнәсәбәте араһындағы айырмалылыҡ бындай баһаларҙың дөрөҫлөгөнә шик тыуҙыра. Беҙгә теге йәки был төбәк командаһы башҡарған эш һөҙөмтәләренең, иҡтисади күрһәткестәрҙең халыҡ тормошо кимәлендә туранан-тура сағылыш табыуына өлгәшергә кәрәк”, — тине Владимир Путин.
Кәңәшмә барышында, Рәсәйҙең Төбәктәр үҫеше, Финанс, Иҡтисади үҫеш министрлыҡтары вәкилдәренән торған эш төркөмө әле төбәк власы эшмәкәрлеген баһалауҙың яңы критерийҙарын эшләй, тип билдәләнде.
Л. ДӘҮЛИЕВА.


Вернуться назад