Рөстәм Хәмитов Рәсәй Президентының Эске сәйәсәт идаралығы начальнигы урынбаҫары Радий Хәбиров менән осрашты.
Сарала сәйәси партияларҙың, хәрәкәттәрҙең үҙ-ара эш итеүенә бәйле мәсьәләләр тикшерелде, тип хәбәр иттеләр төбәк башлығының матбуғат хеҙмәтенән. Рөстәм Зәки улы республикала парламент партияларының татыу, аңлашып эшләүен билдәләне. Ҡайһы бер закондар ҡабул ителгәндән һуң төбәктә партиялар һаны ярайһы уҡ артҡан.
– Был тенденцияның, эштең киләсәктә тағы ла әүҙемерәк буласағын барыбыҙ ҙа аңлайбыҙ. Бәләкәй партиялар менән дә хеҙмәттәшлек итәбеҙ. Улар араһында беҙгә ҡаршылар ҙа юҡ түгел, – тине республика башлығы. – Был тәбиғи. Хафаланырлыҡ бер ниндәй ҙә сәбәп күрмәйем. Киреһенсә, беҙ фекерҙәр төрлөлөгө, мәсьәләләрҙе хәл итеүгә башҡа ҡараштар булыуын хуплайбыҙ.
Президент билдәләүенсә, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙа парламент партияларының күпселеге урын алған.
– Бөгөн беҙҙең властың закон сығарыу органында алты партия эшләй. Был – күп партиялылыҡ юҫығында илдәге иң яҡшы күрһәткестәрҙең береһе. Фракцияларҙың һәм айырым депутаттарҙың тәүге ярты йыллыҡ тәжрибәһенән күренеүенсә, һөҙөмтәләр насар түгел. Ә был – иң мөһиме, – тигән фекерҙә төбәк етәксеһе. – Бәхәс, төрлө фекерҙәр, хатта “кескәй бәрелештәр” ҙә булғылай. Ләкин хәл ителмәҫлек мәсьәлә юҡ. Яҡтар теге йәки был йүнәлештә үҙҙәренең хаҡлығын иҫбатлай.
Радий Хәбиров әйтеүенсә, партия-сәйәсәт системаһын үҫтереү – илдәге сәйәси системаның төп йүнәлештәренең береһе. Осрашыуҙа шулай уҡ “Дәүләт Думаһы депутаттарын һайлау тураһында”ғы закон проектын икенсе уҡыуға әҙерләү мәсьәләһе ҡаралды.