Ябай халыҡ мәнфәғәтендә08.02.2014
* "Халыҡты һәм биләмәләрҙе тәбиғи һәм техноген ғәҙәттән тыш хәлдәрҙән һаҡлау тураһында"ғы Башҡортостан Республикаһы Законына үҙгәрештәр индереү хаҡында"ғы республика Законы федераль ҡануниәттәге үҙгәрештәргә бәйле ҡабул ителде.
* "Халыҡҡа хәбәр итеү һәм мәғлүмәттәр еткереү йәһәтенән Рәсәй Федерацияһының айырым закон акттарына үҙгәрештәр индереү тураһында"ғы 158-се Федераль закон "Халыҡты һәм биләмәләрҙе тәбиғи һәм техноген ғәҙәттән тыш хәлдәрҙән һаҡлау тураһында"ғы Федераль законды ҡайһы бер яңы положениелар менән тулыландыра. Уларҙа "халыҡҡа ғәҙәттән тыш хәлдәр тураһында хәбәр итеү", "халыҡҡа ғәҙәттән тыш хәлдәр тураһында мәғлүмәт еткереү", “халыҡҡа ғәҙәттән тыш хәл хәүефе йәки ошондай хәл тыуыуы хаҡында ашығыс хәбәр итеүҙең комплекслы системаһы" кеүек төшөнсәләргә аңлатма бирелә. Шул уҡ ваҡытта мәғлүмәт еткереүҙе һәм хәбәр итеүҙе ойоштороу берҙәм дәүләт системаһының төп бурыстарының береһе сифатында билдәләнә. Был Федераль закон Рәсәй төбәктәрендәге дәүләт власы һәм урындағы үҙидара органдарының ошо өлкәләге вәкәләттәре исемлегенә асыҡлыҡ индерә. "Рәсәй Федерацияһында мәғариф тураһында"ғы Закон ҡабул ителеү һөҙөмтәһендә терминологияла байтаҡ үҙгәреш күҙәтелә. Федераль ҡануниәттәге яңылыҡтар "Халыҡты һәм биләмәләрҙе тәбиғи һәм техноген ғәҙәттән тыш хәлдәрҙән һаҡлау тураһында"ғы Башҡортостан Республикаһы Законына үҙгәрештәр индереүҙе талап итте.
Закон рәсми баҫылып сыҡҡан көндән көсөнә инде.
* “2013 йылға, 2014 һәм 2015 йылдарҙың план осорона Башҡортостан Республикаһы бюджеты тураһында”ғы Башҡортостан Республикаһы Законына үҙгәрештәр индереү хаҡында”ғы республика Законы ҡабул ителде.
Бюджет ҡануниәтенә үҙгәрештәр:
1) һалым һәм һалым булмаған килемдәрҙең айырым төрҙәре буйынса күрһәткестәрҙе асыҡлауға;
2) федераль ҡаҙнанан 2 854,9 миллион һумлыҡ кире ҡайтарылмай торған керем алыуға;
3) Башҡортостандағы айырым маҡсатлы социаль программалар фондының социаль йүнәлешле коммерцияға ҡарамаған ойошмаларға субсидия биреүгә конкурсты финанслау тураһындағы ҡарарын ҡабул итеүгә;
4) бюджет өлкәһе хеҙмәткәрҙәренең айырым категорияларына — мәктәпкәсә һәм өҫтәмә белем биреү уҡытыусыларына, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренә уртаса эш хаҡын күтәреүгә; 5) малсылыҡ фермаларын яңыртыу буйынса эш башҡарыуға, ауыл етештереүселәрен техника менән тәьмин итеүгә, һөтсөлөк фермаларын, ҡошсолоҡ комплекстарының тышҡы инфраструктура объекттарын төҙөүгә;
6) адреслы республика инвестиция программаһына үҙгәрештәр индереүгә һәм башҡаларға бәйле.
2014 һәм 2015 йылдарҙың план осоронда бюджет ассигнованиелары буйынса яңылыҡтар федераль ҡаҙнанан кире ҡайтарылмай торған керемдәрҙең артыуын күҙаллай.
* “Ауылдарҙа һәм эшселәр ҡасабаларында йәшәгән, эшләгән белгестәргә социаль ярҙам саралары тураһында”ғы Башҡортостан Законына үҙгәрештәр индереү хаҡында”ғы Закон ауылдарҙағы белгестәргә торлаҡ, йылылыҡ һәм яҡтылыҡ өсөн түләү буйынса айлыҡ компенсация бүлеү йәһәтенән социаль ярҙам саралары күрһәтеүҙең берҙәм аҡсалата формаһын ғәмәлгә индереү маҡсатында эшләнде. Компенсация күләме Башҡортостан Хөкүмәте тарафынан билдәләнә.
Документ шулай уҡ социаль ярҙам сараларын финанслау тәртибенә лә үҙгәреш индерә. Ауыл ерендәге дәүләт һәм муниципаль учреждениеларҙа эшләгән белгестәргә айлыҡ компенсацияға сығымдар республика ҡаҙнаһы иҫәбенә финанслана.