Кем мэр булыр?05.02.2014
Өфө хакимиәте башлығы вазифаһына алты кеше дәғүә итә. Бөтәһе ун кандидат документ тапшырғайны, дүрт кандидатура кире ҡағылды.

Кандидаттар араһында Рафиҡ Дүсәлиев, Сәйет Закиров, Николай Пучнин, Владимир Чернов, Марат Йосопов, Ирек Ялалов бар. Конкурс 12 февралдә әңгәмәләшеү рәүешендә үткәрелә. Ҡала хакимиәте башлығы вазифаһына дәғүә итеүселәр Рәсәй һәм Башҡортостан Конституцияларын, федераль һәм республика ҡанундарын, Өфө ҡалаһы уставын, башҡа норматив хоҡуҡ акттарын ныҡлы белергә тейеш.


Вернуться назад