Закон эшләргә тейеш!05.02.2014
Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың Сәнәғәт, инновацион үҫеш һәм эшҡыуарлыҡ буйынса комитеты ҡарамағындағы эксперт советының быйылғы тәүге ултырышында көнүҙәк мәсьәләләр тикшерелде, уларҙы хәл итеү юлдары эҙләнде.

Комитет рәйесе Рәшит Хәйруллин фекеренсә, эксперт советы эшмәкәрлегенең төп маҡсаты – ҡануниәтте камиллаштырыу, халыҡ менән бер төптән көнүҙәк мәсьәләләрҙе хәл итеү юлын эҙләү.
Ә бөгөн хәл итеүҙе көткән мәсьәләләр етерлек. Мәҫәлән, ҙур сәнәғәт компаниялары, нигеҙҙә, урында файҙалы ҡаҙылмалар бөтөү менән башҡа төбәктәргә күсә. Ҡасандыр уларҙың эшмәкәрлеге нигеҙендә барлыҡҡа килгән ҡала һәм ҡасабалар йыш ҡына торғонлоҡҡа дусар ителә. Әлбиттә, эшһеҙ ҡалған кешеләр өсөн яуаплылыҡ тағы ла дәүләт иңенә ята. Шуға ла Рәшит Хөснулла улы, бындай компаниялар үҙҙәренән һуң төбәктәрҙә халыҡ өсөн эш урындары булдырып, уларҙың киләсәген бер ни тиклем хәстәрләп китергә тейеш, тигән фекерҙә. Баҡһаң, ошондай закондар донъяның бик күп илдәрендә тормошҡа ашырыла.
Бер нисә йыл элек энергияны һаҡлау тураһында закон ҡабул ителде. Әммә энергияны һаҡлаусы лампаларҙы утилләштереү эше бөтөнләй яйға һалынмаған. Был да — көнүҙәк мәсьәлә, уны хәл итеүҙе ҡануни йәһәттән яйға һалыу мотлаҡ.
Шулай уҡ Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға иҫерткес эсемлектәрҙе һатыуҙы тыйыу тураһында тәҡдимдәр бик күп килә икән. Ни тиһәң дә, айыҡлыҡҡа өндәгән ойошмалар һөҙөмтәле эшләй, кешеләр ҙә эскелектең зыянын тоя. Бөгөн, Рәсәй ҡануниәтенә ярашлы, айырым төбәктәр ошондай аҙымға бара ала, ләкин иҫерткес эсемлектәр менән сауҙа итеү бөтә төбәк буйынса тулыһынса тыйылырға тейеш.
Әммә комитет рәйесе урынбаҫары Сергей Павлов фекеренсә, законды ҡабул итеү генә аҙ, уны дөрөҫ итеп бойомға ашырыу ҙа шарт. Мәҫәлән, беҙ инновация сәйәсәте тураһында закон ҡабул иткән тәүге төбәк булһаҡ та, был йүнәлешкә ни бары 30 миллион һум аҡса бүлгәнбеҙ. Ә күрше төбәктә 1 миллиард йүнәлтеләсәк. Һөҙөмтәлә беҙҙә был башланғыс тормошҡа ашмаған тиерлек. Ә фәнни асыштар һаны үткән быуаттың 90-сы йылдарынан ун тапҡырға кәмегән. Эксперт советы ағзалары, ошондай күңелһеҙ эҙемтәләр булмаһын өсөн, һәр ҡануни башланғысты төптән уйлап, уның нисек тормошҡа ашасағын күҙаллап эш итеү мөһимлеген билдәләне.


Вернуться назад