Республика парламентында Дәүләт Йыйылышы эшмәкәрлеген халыҡҡа асығыраҡ, аңлайышлыраҡ итеү буйынса саралар планы проекты әҙерләнде. Унда Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитовтың депутаттарға Мөрәжәғәтнамәһендәге ошо мәсьәләгә ҡағылышлы бурыстарҙы тормошҡа ашырыу буйынса эш төркөмө ағзаларының тәҡдимдәре индерелгән.
— Беҙҙең маҡсат — Башҡортостан парламентында асыҡтан-асыҡ эш итеү, — тине Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев. — Беҙ закон сығарыу эшендә, хоҡуҡ акттары проектын тикшереүҙә һәр кемдең ҡатнашыуы, гражданлыҡ хоҡуғынан әүҙем файҙаланыуы яҡлыбыҙ.
Эш асыҡ режимда барһын өсөн парламент спикеры саралар планы проектын баҫтырып сығарырға тәҡдим итте. Фекер алышыу Дәүләт Йыйылышы Рәйесенең блогында (http://kbtolkachov.livejournal.com/47574.html) бара.