Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов республика Прокуратураһы коллегияһының былтырғы эш йомғаҡтарына арналған киңәйтелгән ултырышында сығыш яһаны.
Президент ведомство эшмәкәрлегенең, республикалағы хоҡуҡ һаҡлау системаһының һөҙөмтәлелеген арттырыу хаҡында һүҙ алып барҙы.
— Прокуратура дәүләт сәйәсәтен тормошҡа ашырыуҙа, ҡануниәттең үтәлешенә контроллек итеүҙә һәм күҙәтеүҙә ғәйәт ҙур әһәмиәткә эйә. Закондар барыһы өсөн дә берҙәм, мотлаҡ үтәлергә тейеш. Әле ил үҙенең үҫешендә күсеү дәүерен кисерә. Күп кенә социаль алымдар, сәйәси система, граждандар йәмғиәте институттары, иҡтисад яңыртыла. Бындай шарттарҙа закон боҙоу, коррупция, эш урынын үҙ мәнфәғәтендә файҙаланыу осраҡтары юҡ түгел. Ошондай күренештәргә ҡаршы көрәштең һөҙөмтәлелеге күп яҡлап граждандарҙың власҡа ышанысын билдәләй. Ә был, үҙ сиратында, дәүләттең тотороҡлолоҡ күрһәткесе, — тине Рөстәм Хәмитов. — Прокуратура органдарына йәмғиәт тормошоноң бик күп өлкәләрендә законлылыҡтың үтәлешен күҙәтеү йәһәтенән ҙур эш йөкмәтелә. Бөгөн республикалағы ведомствоның Волга буйы федераль округында ғына түгел, тотош илдә иң алдынғы һәм һөҙөмтәле хеҙмәттәр иҫәбенә инеүе был бурыстарҙың уңышлы тормошҡа ашырылыуы хаҡында һөйләй.