Хәтерегеҙҙәлер, үткән йыл аҙағында Рәсәй Президенты Владимир Путин илебеҙҙәге һайлау комиссиялары вәкилдәре менән осрашыу үткәргәйне. Унда Өфө ҡалаһының 185-се участка һайлау комиссияһы рәйесе Ғаяз Хисмәтуллин да ҡатнашты. Мәскәүҙән ҡайтҡас, “Башҡортостан” дәүләт телерадиокомпанияһының юридик бүлеге начальнигы Ғаяз Хисмәтуллин ил Президенты һәм Рәсәй төбәктәрендәге коллегалары менән осрашыуҙан алған тәьҫораттарын уртаҡлашты.
— Рәсәйҙең 83 субъектынан ни бары ике участка һайлау комиссияһы вәкиле булды, шуларҙың береһе — һеҙ. Башҡортостандың һайлау эшмәкәрлеге буйынса бай тәжрибә туплауы ла тәьҫир итмәй ҡалмағандыр, әлбиттә. Ниндәй хистәр кисерҙегеҙ?— Иң элек шундай юғары кимәлдә Башҡортостан исеменән ҡатнаша алыр тип ышаныс бағлағандары өсөн республиканың Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Хәйҙәр Вәлиевкә һәм хеҙмәттәштәремә рәхмәт белдерәм. Кандидатурамды хуплауҙарын белгәс, ҙур яуаплылыҡ тойҙом, осрашыуҙың әһәмиәтен аңлай барған һайын тулҡынланыу кисерҙем. Унан тынысландым, сөнки хеҙмәттәштәремдең, шәхсән “Башҡортостан” дәүләт телерадиокомпанияһының генераль директоры Ғәлим Яҡуповтың, ғаиләмдең ярҙамын тойҙом.
— Президент менән осрашыуҙа һайлау системаһының асыҡлығын тәьмин итеү мәсьәләләре тикшерелде. Уның ниндәй ысулдары тураһында һүҙ барҙы?— Шуға баҫым яһалды: һайлау системаһының юғары кимәлдә ойошторолған сәйәси сара икәнлегенә, уның асыҡ булыуына, һәр кешегә тигеҙ ҡарауына, һайлау процесында ҡатнашыусыларҙың барыһының да хоҡуҡтары үтәлеүенә шик булырға тейеш түгел. Төрлө тәҡдимдәр булды, атап әйткәндә, Рәсәйҙең Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Владимир Чуров барлыҡ кимәлдәге етәкселек даирәләренә төрлө сәйәси партия вәкилдәрен индерергә тәҡдим итте. Тауыш биреүгә йомғаҡ яһауҙың дөрөҫлөгө өсөн яуаплылыҡты улар ҙа уртаҡлашырға тейеш. Ростов өлкәһенең комиссия рәйесенә был тәҡдимде тәжрибә рәүешендә ғәмәлгә ашырыу йөкмәтелде. Ҡайһы бер коллегаларым агитация үткәреү ҡағиҙәләрен ябайлаштырыу мәсьәләһен яңынан күтәрҙе, шулай уҡ һайлаусыларҙың электрон тауыш биреүгә ышаныу-ышанмауы тикшерелде.
— Һайлау ҡануниәтендәге үҙгәрештәр, фекерҙәштәр командаһы туплау тураһында ла һүҙ булды кеүек...— Эйе, осрашыуҙа һайлау хаҡында закондарҙағы үҙгәрештәргә ҙур иғтибар бирелде. Хәҙер һайлау комиссиялары биш йылға формалаштырыла. Президент билдәләп үткәнсә, был сәйәси системаны камиллаштырыу йәһәтенән бик мөһим.
Шәхсән үҙем барыбыҙҙың бер команда булып эшләүебеҙҙе әйтә алам. Комиссияның әлеге составына тәүге йыл түгел. Участка һайлау комиссияһы ағзалары Гөлшат Минһажетдинова, Рөстәм Әбделмәнов, Фәнил Ғилманов, Лилиә Нурасова менән өс һайлау кампанияһы үткәрҙек. Беҙҙә фекерҙәштәр командаһы тупланған, һәр кем үҙ эшен белә һәм йөкмәтелгән бурыстарҙы уңышлы башҡара.
Рәйес булараҡ, комиссия ағзаларының һайлау кампанияһына яҡшы әҙерлеген үҙемдең төп бурысым итеп күрәм. Составтың биш йыл дауамында үҙгәрешһеҙ ҡалыуы яҡшы тәжрибә туплау, белемде арттырыу мөмкинлеге бирәсәк һәм, һис шикһеҙ, артабан эшебеҙҙә ыңғай сағыласаҡ.
— Территориаль һайлау комиссиялары эшен ҡулайлаштырыу тураһында ла фекерҙәр әйтелде. Был мәсьәлә нисек тикшерелде?— Коллегаларым территориаль һайлау комиссияларына юридик берәмек статусы биреү тураһында тәҡдим менән сығыш яһаны. Был мәсьәләне Владимир Владимирович закон сығарыусылар менән бергә тикшереү зарурлығын әйтте. Минеңсә, был мәсьәлә артабан ғәмәлдәге закондарҙа сағыласаҡ.
— Осрашыуҙа сәйәси партияларға, һайлау комиссияларының улар менән хеҙмәттәшлек итеүенә, уртаҡ ғәмәлдәренә ҙур иғтибар бирелде. Әлеге осрашыуҙан һуң улар менән эш нисек алып барыласаҡ?— Һуңғы һайлау кампанияларында беҙҙең участкала КПРФ, “Ғәҙел Рәсәй”, “Рәсәй пенсионерҙарының ғәҙеллек өсөн партияһы”, “Берҙәм Рәсәй”, ЛДПР партияларының төбәк бүлексәләре вәкилдәре булды. Комиссия составында ла төрлө фирҡә ағзалары эшләй. Беҙ эште көйлө, бер-беребеҙгә ышаныс менән алып барабыҙ. Был — һайлау ҡануниәте нормаларын теүәл үтәү, һайлауҙарҙы юғары кимәлдә ойоштороу һөҙөмтәһе. Беҙҙең участкала закон боҙоу осраҡтары теркәлмәне, һайлаусыларҙың дәғүәләре булманы. Беҙҙә лә, Өфө ҡалаһының Ленин районындағы башҡа һайлау участкаларында ла тауыш биреү көнөндә төрлө сәйәси партияларҙан кәмендә бишәр вәкил булды.
Һис шикһеҙ, был һайлау системаһын тағы ла асығыраҡ итә. Улар партия ғына түгел, күбеһенсә һайлаусылар исеменән сығыш яһай. Уларға халыҡтың ышанысын аҡлай алыуҙарын теләйем.
— Былтыр көҙ үткән һайлауҙарҙа ниндәйҙер киҫкенлек һиҙелдеме?— Һайлау системаһындағы һәр комиссияға законда билдәләнгәнсә бурыстар йөкмәтелгән. Һайлауҙарҙы ойоштороусы, унда ҡатнашыусы һәр кем үҙенең урынын аныҡ белергә һәм законға ярашлы эш итергә тейеш. Үҙәк һайлау комиссияһы, системалағы төп звено булараҡ, тауыш биреү механизмын эшләтеп ебәрә, һайлауҙы ойоштороусыларҙың хоҡуҡи белемен күтәреү ҙә ҙур әһәмиәткә эйә. Территориаль комиссиялар шундай уҡ эште участка комиссиялары менән дауам итә. Участкаларҙа иһә һайлаусылар менән эш алып барыла. Беҙгә был уңайҙан еңел дә, ауыр ҙа. Айырыуса тауыш биреү көнөндә, һайлаусылар менән йөҙгә-йөҙ осрашҡанда, сөнки улар араһында юҡ ҡына нәмәгә лә ризаһыҙлыҡ белдереүселәр була.
Участка комиссияһы рәйесе булараҡ, юғарыраҡ органдарҙың яуаплылыҡ кимәле тураһында әйтә алмайым, әммә ул һәр ҡайҙа ҙур. Мәҫәлән, беҙҙең участкала 800 самаһы һайлаусы теркәлгән, Өфө ҡалаһының Ленин районы буйынса территориаль һайлау комиссияһында — 56 мең, Үҙәк һайлау комиссияһында — 3 миллиондан ашыу. Шуға ҡарап һығымта яһарға мөмкин. Һайлау һөҙөмтәләренең дөрөҫлөгө, тауыш биреүҙе ойоштороу, һайлаусыларға уңайлы шарттар тыуҙырыу өсөн беҙ барыбыҙ ҙа яуаплы. Һәр һайлаусы, тауыш биреп, һайлау комиссияһына ышанысын белдерә. Һәм был тауышты депутатлыҡҡа кандидаттарҙың, властың ишетеүе комиссияның һәр ағзаһына бәйле.
Һайлауға әҙерлек һәм уны үткәреү осоронда сәйәси партияларҙың, ижтимағи берекмәләрҙең һәм һайлаусыларҙың үҙҙәренең төп иғтибары исемлектәр менән эшләүгә, тауыш биреүҙе үткәреүгә, тауыштарҙы иҫәпләүгә, һөҙөмтәләр тураһында протокол төҙөүгә, уларҙың раҫланған күсермәләрен тапшырыуға, мәғлүмәттәрҙе юғарылағы һайлау комиссияларына илтеүгә йүнәлтелә. Был эштәр законға ярашлы, асыҡ, ғәҙел, сәйәси партияларҙа, ижтимағи берекмәләрҙә һәм һайлаусыларҙа шик тыуҙырмаҫлыҡ булырға тейеш. Һайлау комиссияһы ағзаһы ҡәтғи гражданлыҡ позицияһында торорға, үҙ һөнәренең оҫтаһы һәм ғәҙел булырға тейеш. Ә был еңел түгел. Уҙған йылдың 8 сентябрендә үткән һайлау ҡатмарлы булды. Быны беҙҙең округта теркәлгән сәйәси партиялар һәм бер мандатлы округ буйынса депутатлыҡҡа кандидаттар һаны буйынса ла күрергә була. Тауыш биреү көнөндә участкала һайлаусыларҙан тыш күпме кеше булыуын күҙ алдына килтереп ҡарағыҙ! Шуны ла әйтергә кәрәк: күҙәтеүселәр һәм кәңәш хоҡуғында тауыш биреү мөмкинлегенә эйә комиссия ағзалары бер партия вәкилдәре булғанда, уларҙың бурыс-вазифалары оҡшашҡа әүерелә.
Һайлауҙар араһындағы осорҙа участка һайлау комиссиялары хакимиәттәр, мәғариф, мәҙәниәт учреждениелары, йәштәр эштәре буйынса һәм башҡа ижтимағи ойошмалар менән берлектә ауыл һәм ҡала биләмәләрендә һайлаусыларҙың, йәштәрҙең һәм буласаҡ һайлаусыларҙың хоҡуҡи белем кимәлен күтәреүсе сараларҙы ойоштороуҙа һәм үткәреүҙә ҡатнашырға тейеш. Күп кенә участка комиссиялары был эш менән элек тә әүҙем шөғөлләнеп килде.
— Ил Президенты үҙе ниндәй тәьҫораттар ҡалдырҙы?— Мин Владимир Путиндың һәр сығышын күҙәтеп барам. Осрашыуҙа уның тормошта ла экрандағы кеүек үк булыуын аңланым. Башта осрашыу бик күп журналист ҡатнашлығында үтте, артабан ябыҡ бүлмәлә дауам итте. Журналистар киткәс тә, Президент шундай уҡ асыҡ булып ҡалды. Ул — үҙ-үҙенә ышанған, белемле һәм тәрән фекерле кеше.
— Рәсәйҙең башҡа субъекттарындағы коллегаларығыҙ менән тәжрибә уртаҡлашыу нисек булды?— Бик күптәрҙең ыңғай тәжрибәһен өйрәндем. Рәсәйҙең Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Владимир Чуров яҡшы тәьҫир ҡалдырҙы. Күп яҡлы шәхес, тарихты яҡшы белә, мәғлүмәтле кеше, белгәндәрен тыңлаусыға еткерә алыу оҫталығына эйә.