Республика йортонда сираттағы тапҡыр кешеләрҙе авария хәлендәге торлаҡтан күсереүгә арналған кәңәшмә булды. Уны Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов алып барҙы. Мөһим һөйләшеүгә Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле ярҙамсыһы Александр Дрожжин, Дәүләт Думаһы депутаты Рафаэль Мәрҙәншин, Торлаҡ-коммуналь хужалыҡты реформалауға булышлыҡ итеү фондының генераль директоры урынбаѕары Сергей Сучков килде.
— Авария хәлендәге торлаҡта йәшәүселәр 2017 йылдың 1 сентябренә тиклем яңы йорттарға күсерелеп бөтөргә тейеш. Әле 2012 йылдың ғинуарына тиклем исемлеккә инеп өлгөргән өйҙәр тураһында һүҙ бара. Быны илдең бөтә төбәктәренән дә талап итәләр. Мәсьәләне хәл итеү өсөн торлаҡ-коммуналь хужалыҡты реформалауға булышлыҡ итеү фондының эшмәкәрлеге 2017 йылға тиклем оҙайтылды, — тине Рөстәм Хәмитов.
Президент әйтеүенсә, кешеләрҙең торлаҡ проблемаһын хәл итеү властың даими иғтибарында булырға тейеш. Авария хәлендәге йорттарҙа йәшәүселәрҙе күсереү күп сығымдар талап итә. Йыш ҡына был маҡсатта төбәк һәм муниципалитет ҡаҙналарының аҡсаһы етмәй. Башҡа ауырлыҡтар ҙа етерлек. Теге йәки был сәбәп буйынса теркәлеп өлгөрмәгән үтә насар хәлдәге торлаҡ та күп. Был мәсьәләне лә тиҙ арала яйға һалырға кәрәк, тинеләр кәңәшмәлә.