Депутаттар Стәрлетамаҡты ҙурайтырға булды31.01.2014
Депутаттар Стәрлетамаҡты ҙурайтырға булды
Ҙурлығы буйынса республикала Өфөнән ҡала икенсе урында торған был ҡалаға торлаҡ төҙөлөшөн киңәйтеү, хаҡы юғары булмаған йорттар төҙөү өсөн тағы ла ер кәрәк икән. Шуға күрә республика парламентының 30 ғинуарҙағы ултырышында 177,8 гектар ерҙе, Стәрлетамаҡ районынан алып, Стәрлетамаҡ ҡалаһына ҡушыу тураһындағы закон проекты ҡабул ителде.


Ә был ултырышта ҡаралған проекттарының иң беренсеһе Башҡортостан Конституцияһына үҙгәреш индереүгә ҡайтып ҡалды. Башҡортостан Республикаһы Президентын “Башҡортостан Республикаһы башлығы” тип атай башлау тураһындағы тәҡдим депутаттарҙа һорау ҙа, бәхәс тә тыуҙырманы, сөнки әле уны икенсе уҡыуҙа ҡаранылар. Бәхәстәр был закон проектын беренсе уҡыуҙа тикшергәндә – былтырғы декабрҙә – булды, моғайын. Закон февралдәге ултырышҡа тамам әҙер булыр тип көтөлә. Тимәк, февраль аҙағы йә март баштарында ул үҙ көсөнә инәсәк.
Хоҡуҡи ҡанундарҙы ҡарай башлар алдынан парламент етәксеһе Константин Толкачев “Башҡортостан Республикаһында закондар сығарыу торошо тураһында” тигән доклад менән сығыш яһаны. Был – һәр сессияның тәүге ултырышына хас йола.
— Үткән йылғы көҙгө сессияла беҙ закондарҙың сифатын яҡшыртыу буйынса күп эшләнек, — тине спикер. – Депутаттар составы өстән ике өлөшкә яңырҙы, күп партиялылыҡ барлыҡҡа килде...
Ошо көндәрҙә Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай үҙ эшмәкәрлегенең асыҡлығын һәм билдәлелеген арттырыу буйынса план ҡабул итергә йыйына. Парламент Рәйесенең түбәндәге һүҙҙәре лә был йүнәлештә тайпылышһыҙ эш итәсәктәрен күрһәтте.
— Беҙ ҡабул иткән закондарҙы халыҡ тейешенсә белеп еткермәй, тимәк, теге йәки был ҡанундың ни өсөн кәрәк булыуын ҡайһы саҡ аңлатып бөтөрмәйбеҙҙер, был осраҡта киң мәғлүмәт сараларын да тулыраҡ файҙаланырға кәрәк, — тине Константин Борисович.

ӘЙТКӘНДӘЙ...

Кисә булып үткән ултырышта ҡаралған закон проекттарының иң мөһимдәре:
— урамда дөрөҫ ҡуйылмаған автомобилде эвакуатор менән алып киткәндә, был машинаны килтереү һәм һаҡлау ҡағиҙәләре боҙола ҡалһа, милек хужаһына ғәйепле кешеләрҙән 10 меңдән 20 мең һумға саҡлы, ә ойошманан 50 меңдән 100 мең һумғаса штраф түләтеү;
— ауыл һәм ҡасаба, район һәм ҡала исемдәрен үҙгәрткәндә ошонда йәшәгән халыҡтың фекерен иҫәпкә алыу;
— 2011 йылғы закон эшҡыуарҙарға үҙҙәре һатып алған мөлкәт өсөн түләп бөтөүҙе ете йылға тиклем кисектереп торорға рөхсәт итә ине. Ләкин үткән йыл июлдә ошо ҡанун ғәмәлдән сыҡты. Әле “был норма төбәктә һаман талап ителә” тигән һылтау менән ошо актты оҙайтырға булдылар;
— спорт сараларында көйәрмәндәрҙең үҙҙәрен йыш ҡына тәртипһеҙ тотоуы һәр кемгә мәғлүм. Шуға күрә “административ тыйыу” тигән төшөнсә индерергә тәҡдим ителә: бындай үтә “әүҙем” көйәрмәндең суд ҡарары менән алты айҙан алып ете йылға тиклем стадионға инеү хоҡуғынан мәхрүм ителеүе, штраф түләүе һәм хатта 160 сәғәткә саҡлы мәжбүри эшкә йәлеп ителеүе (әйтәйек, үҙе сүпләгән стадионды йыйыштырырға!) мөмкин.

Бынан тыш, республика парламенты Рәсәй Дәүләт Думаһына, федераль закондарға үҙгәрештәр индереүҙе һорап, түбәндәге тәҡдимдәрҙе ебәрҙе:
— Рәсәй субъектында дәүләт хеҙмәтендә эшләгән кешеләргә төрлө тыйыуҙар, сикләүҙәр, йөкләмәләр һәм хеҙмәт этикеты ҡағиҙәләрен билдәләү;
— эске эштәр органдарына кешене мыҫҡыллаған өсөн штраф түләттереү хоҡуғы биреү;
— балаһын яңғыҙ тәрбиәләгән атайҙарҙы сабыйы өс йәшкә еткәнсе мәжбүри эшкә йәлеп итеүҙе тыйыу (әлегә был яңғыҙ әсәләргә генә ҡағыла);
— белем биреү учреждениеларын “белем биреү ойошмалары” тип үҙгәртеү.


Вернуться назад