Альберт Мифтаховҡа ышаныс күрһәтелде29.01.2014
Альберт Мифтаховҡа ышаныс күрһәтелде
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов үҙенең бойороғо менән Альберт Мифтаховты республика Президенты Хакимиәте етәксеһенең эске сәйәсәт буйынса урынбаҫары итеп тәғәйенләне, тип хәбәр иттеләр төбәк башлығының матбуғат хеҙмәтенән.


Альберт Ленар улы Мифтахов 1959 йылда Өфөлә тыуған. Башҡорт дәүләт университетын тамамлаған. Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1981 йылда Өфөләге 13-сө киске урта мәктәптә тарих уҡытыусыһы булып башлай. Артабан университеттағы ВЛКСМ комитеты секретары урынбаҫары, секретарь, ВЛКСМ-дың Башҡортостан өлкә комитетында беренсе секретарь була. 1991—2012 йылдарҙа Башҡортостандың Демократик йәштәр союзы республика комитеты рәйесе, Таможня хеҙмәте күрһәтеү үҙәге директоры, “Эҫем” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтендә директор урынбаҫары вазифаларын биләй, башҡа предприятиеларҙа эшләй. 2012—2013 йылдарҙа — “Берҙәм Рәсәй” партияһының Башҡортостан төбәк йәмәғәт фондында вице-президент, партияның Башҡортостан төбәк бүлексәһе башҡарма комитеты етәксеһе. 2014 йылдың ғинуарынан әлегә тиклем Башҡортостан Республикаһы Президенты секретариаты начальнигы булып эшләй.


Вернуться назад