Рәсәй Эске эштәр министрлығының “Белорет” муниципаль-ара полиция бүлеге начальнигы Ришат Баймырҙин исеменә Асы ауылында йәшәүсе Әминә Хәмзинанан рәхмәт хаты килеп төштө.
“Полицияның участка вәкиле Ирек Сафуановҡа ысын күңелдән рәхмәт һүҙҙәре еткерергә теләйем, – тиелә унда. —
Беҙ, Асы ауылы халҡы, участковыйыбыҙҙан уңдыҡ, тиһәм, һис арттырыу булмаҫ! Тормошта килеп тыуған мәсьәләләрҙе йырып сығырға үҙебеҙҙең генә хәлдән килмәгәс, уға мөрәжәғәт иттек. Нажиә Динисламова исемле оло ҡатынға ярҙам кәрәк ине ул ваҡытта.
Берҙән-бер ҡыҙы фажиғәле вафат булғас, фатирын һатып, әсәһеҙ ҡалған ейәндәрен тәрбиәләү өсөн Асыға күсеп килде Нажиә. Кейәүе бер ҡайҙа ла эшләмәне, эсте, ҡәйнәһенең барлыҡ аҡсаһын араҡыға тотона ине. Ә ейәндәр үҫеп еткәс, өләсәй бөтөнләй кәрәкмәгән кешегә әүерелде. Кейәү уны гел өйҙән ҡыуа, ҡул күтәрергә самалай, төрлөсә янай. Беҙ был күренешкә тыныс ҡына ҡарай алманыҡ һәм участковый Ирек Сафуановҡа мөрәжәғәт иттек.
Ирек Раил улы яҡлауһыҙ ҡалған оло йәштәге ҡатынға ярҙамға килде. Эскесе кейәүҙе лә “үҙ урынына” ултыртты. Шуныһы ҡыуаныслы: полицейский менән аралашҡандан һуң, кейәү тынысланды, эскеһен ташланы, һәм йорттағы хәлдәр ҙә яҡшы яҡҡа үҙгәрҙе. Беҙ участковыйҙың был ғаиләне артабан да күҙ уңынан ысҡындырмай, контролдә тотоуына ышанабыҙ.
Ришат Рәшит улы, һөнәри яҡтан өлгөлө хеҙмәткәрҙәр тәрбиәләүегеҙ өсөн рәхмәт! Тап ошондай күренештәр халыҡта полиция хаҡында ыңғай фекер тыуҙыра”.Был хат эске эштәр органдарында халыҡҡа участковыйҙан да яҡыныраҡ полиция хеҙмәткәре юҡ икәнлеген тағы бер ҡабат иҫбатлай. Тап ул тормошта килеп тыуған төрлө хәлдәрҙә беренсе булып ярҙамға килә.
– Йыш ҡына ғаилә ыҙғыштары, низағтар менән бәйле мәсьәләләр полиция хеҙмәткәрҙәренең ҡатнашлығы һөҙөмтәһендә хәл ителә. Эшебеҙҙең был өлөшө иң ауыры һәм иң яуаплыһы тип һанайым, сөнки ундай осраҡтарҙа хәл-ваҡиғаға тыныс ҡарап булмай, тотош ғаиләнең яҙмышына үтеп инергә һәм дөрөҫ һығымта яһарға тейеш булам. Шул һығымта ғаилә ағзаларының артабанғы яҙмышын хәл итә, – ти полицияның өлкән лейтенанты Ирек Сафуанов. Ул бынан алты йыл элек участковый вазифаһында хеҙмәт юлын башлаған һәм бөгөн дә һайлаған һөнәренә тоғро. Әйткәндәй, бер нисә йыл Административ ҡануниәтте үтәү үҙәге инспекторы вазифаһында хоҡуҡ боҙоусыларға ҡаршы көрәшеп алған. Был бүлектә тәжрибә туплағандан һуң, элекке эшенә – полицияның участка вәкиле вазифаһына – күсереүҙәрен һораған. Әле Асы административ участкаһы – Ирек Раил улының яуаплылығында. Бында 2,5 меңдән ашыу кеше иҫәпләнә. Асы, Береш, Берештамаҡ, Исҡушты, Мулдаҡай ауылдары халҡы үҙҙәренең участковыйы менән яҡындан таныш. Уларҙың һәр ҡайһыһының тиерлек телефонында Сафуановтың номеры бар. Берәй хәл була ҡалһа, халыҡ тура уға шылтырата һәм тиҙ арала ярҙамға киләсәгенә ышана. Полиция участковыйының вазифа бурысы күп көс һәм яуаплылыҡ талап итә, сөнки һәр ваҡыт халыҡтың тын алышын тойоп, уның һынсыл ҡарашы аҫтында эшләргә кәрәк.
Ирек Сафуанов үҙенең уңыштары тураһында әллә ни һөйләргә яратмай, уларҙы көндәлек хеҙмәт һөҙөмтәһе тип һанай. Эшендә төп таянысы – ғаиләһе, ата-әсәһе. Тормош иптәше Әлиә менән әле өс йәшлек ҡыҙҙары Лиананы тәрбиәләйҙәр. Сафуановтар ғаиләһе тәбиғәттә ял итеүҙе өҫтөн күрә, әммә Ирек Раил улына күпселек осраҡта ғаилә байрамдарын хеҙмәттә үткәрергә тура килә, сөнки уның өсөн шәхси ваҡыт менән иҫәпләшмәйенсә, кисекмәҫтән ғәҙеллек урынлаштырыу – тәүшарт.