Украинала хәлдәр көндән-көн ҡатмарлаша, ҡыҙыу төҫ ала. Был турала уйлаһаң, ҡурҡыныс булып китә. Тыныс ҡына йәшәп ятҡан ил бөгөн ысын мәғәнәһендә аяуһыҙ ҡойондо хәтерләтә бит! Дәғүәләшеүсе яҡтарҙың береһе лә үҙ позицияһын бирергә теләмәй. Көнсығыш Европалағы был хәлде биләүҙә ятҡан сабый ғына белмәйҙер.
Ошо көндәрҙә ҡыйыу фекерле "Майҙан" гражданлыҡ платформаһы власть вәкилдәренә мөрәжәғәт менән сығыш яһаған. Быға Юғары Рада депутаттарының граждандарҙың хоҡуҡтарын сикләүсе закон ҡабул итеүе төп сәбәп булған. Оппозиция парламент һайлауҙарын сираттан тыш үткәреүҙе талап итә. "Үҙ халҡын яҡламаған, беҙҙең мәнфәғәтте ҡайғыртмаған закондың ҡабул ителеүе һәр кемдә ҙур хәүеф тыуҙыра. Ҡайҙа демократия, ҡайҙа ирек? Килеп тыуған киҫкен хәлдән сығыуҙың юлы бар. Беҙ ватаныбыҙҙа гражданлыҡ тойғоларының көсәйеүен күрәбеҙ. Киләсәктә нисек йәшәргә икәнен сәйәсмәндәр түгел, ә кешеләр үҙҙәре хәл итергә тейеш", – тип йөрәк ярһыуын белдерә майҙансылар.
Айырыуса һуңғы көндәрҙәге ваҡиғалар – полицияның тотош ил буйынса урамға сығыусыларҙы ҡулға алыу эшен көсәйтеүе – күптәрҙе аптырашҡа һала. Йәмәғәт әүҙемселәренең әсирҙәрҙе иреккә сығарыу өсөн власҡа бер нисә сәғәтлек ваҡыт биреүен дә өҫтәргә кәрәк. Хөкүмәттә быға ҡолаҡ һалырҙармы-юҡмы икәнен әйтеүе бик ҡыйын. "Батькивщина" сәйәси партияһының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, Киевта ғына 200-гә яҡын кеше ҡулға алынған, бындай сәйер ҡыланыш илдең бүтән ҡалаларында ла әүҙемләшкән. Власть өсөн талаш-тартыш барғанда ҡорбандарҙың күбәйеүе тураһында телгә алыу ҙа кәрәкмәҫ.
Сәйәсмәндәрҙең һүҙҙәренә ҡарағанда, Украинала граждандар һуғышы тоҡаныуға бер аҙым ҡалған, унан инде республиканың ике дәүләткә бүленеүе көн кеүек асыҡ.
Рәсәй менән Украина араларына шына ҡағыусылар осрағанда ла, ғүмер буйы бер-береһенә һәр йәһәттән теләктәш булды. Һүҙ ҙә юҡ, күршенең йорто янғанда уға ярҙам ҡулы һуҙыу – мөҡәддәс бурыс. Шуға ла илебеҙ етәкселәре әлеге хәлгә һис битараф ҡалмай, төрлө сара күрергә тырыша. Ябай халыҡҡа килгәндә, ошо "ҡыҙыл әтәс" беҙҙең яҡҡа ла осоп төшмәгәйе тигән хәүеф һәммәбеҙҙә лә юҡ түгел...