Республика Президенты Рөстәм Хәмитов Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының коллегияһында ҡатнашты. Ул уҙған йыл йомғаҡтарына арналды. Рөстәм Зәки улы тәртип булдырыу һәм енәйәтселекте иҫкәртеү буйынса эштең төп йүнәлештәрен билдәләне һәм алдынғы полиция хеҙмәткәрҙәренә дәүләт наградаларын тапшырҙы.
— Беҙҙең берҙәм эшмәкәрлектән халыҡтың социаль торошо, дәүләт яғынан үҙен яҡланған итеп тойоу хисе барлыҡҡа килә. Кешеләр үҙҙәре, яҡындары өсөн ҡурҡмаһын, бөгөнгө һәм иртәгәге көнгә ышаныслы ҡараһын өсөн барыһын да эшләргә кәрәк,— тине ул.
Президент полиция хеҙмәткәрҙәрен республиканың йәмәғәт хәүефһеҙлеге буйынса ведомство-ара Советының яңы секретары Рәмил Исҡужин менән таныштырҙы һәм бергә уңышлы эшләүҙәренә ышаныс белдерҙе.
(Ентеклерәк мәғлүмәт гәзиттең алдағы һандарында донъя күрәсәк).