Өфө ҡалаһының Ленин районы хакимиәтен иҡтисадсы Альбина Йосопова етәкләйәсәк. Баш ҡала хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы Ирек Ялалов ошо хаҡтағы бойороҡҡа ҡул ҡуйҙы.
Совет осоронан һуңғы йылдарҙа ҡатын-ҡыҙҙың бындай вазифаға тәғәйенләнгән тәүге осрағы был. Альбина Йосоповаға 52 йәш, баш ҡалала тыуып үҫкән. Өфө дәүләт авиация техник университетын, Башҡортостан Президенты ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһын тамамлаған. 2001 йылдан бөгөнгә тиклем Өфө хакимиәте башлығы урынбаҫары булып эшләгән. Башҡортостандың атҡаҙанған иҡтисадсыһы.
Шулай итеп, Альбина Йосопова республика тарихында ҡатын-ҡыҙҙар араһында һигеҙенсе муниципалитет башлығы булып иҫтә ҡаласаҡ.
Белешмә Әйткәндәй, һуңғы йылдарҙа ҡатын-ҡыҙҙарҙың власть даирәһендә артыуы күҙгә салына. Быға сағыу миҫалдар етерлек: Лилиә Ғүмәрованың Хөкүмәт вице-премьеры итеп тәғәйенләнеүе, Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаттарының составы яңырыуы һәм аҫыл зат вәкилдәренең артыуы. Былтырғы саҡырылышта ҡатын-ҡыҙ депутаттарҙың һаны бишәү генә булһа, хәҙергеһендә 15-кә еткән.
Ҡатын-ҡыҙ етәкселәрҙең тәүгеһе Рабиға Хәбибуллина 1951 йылда партияның Туймазы район комитетының беренсе секретары итеп тәғәйенләнгән. Ул районға ун йыл хакимлыҡ итә. Тап ошо муниципалитет ҡатын-ҡыҙ етәкселәр һаны буйынса алда барған.
Баш ҡалабыҙҙың Орджоникидзе һәм Ленин райондарына төрлө йылдарҙа Любовь Езова һәм Зоя Щепелева етәкселек итте. Егерме йылға яҡын партияның Стәрлетамаҡ ҡала комитетының беренсе секретары булып эшләгән Елена Щебланованы ла замандаштары яҡшы хәтерләйҙер. Ғөмүмән, етәксе вазифаһына ҡатын-ҡыҙҙы үрләтеү бөтә донъяла асыҡ һиҙелә. Миҫалға Германия канцлеры Ангела Меркель менән илебеҙҙең Федерация Советы Рәйесе Валентина Матвиенконы килтереү ҙә етә.