Республикабыҙ парламентында былтырғы йыл аҙағында эксперт советтары булдырылғайны. Кисә Торлаҡ сәйәсәте һәм инфраструктура үҫеше буйынса комитеттың Эксперт советы сираттағы ултырышын үткәрҙе. Комитеттар, эш төркөмдәре һәм, тағы килеп, эксперт советтары... Уларҙың маҡсаты нимәлә һәм халыҡ өсөн файҙаһы булырмы?
Эксперттар тикшерәсәк мәсьәләләр ярайһы уҡ ҡыҙыҡлы һәм көнүҙәк ине: ҡала үҙәктәренә эргә-тирәләге ауыл һәм ҡасабаларҙан кеше ташыған йәмәғәт транспортын үҫтереү буйынса тәҡдимдәр, торлаҡ төҙөүселәр алдындағы административ кәртәләрҙе кәметеү, йәйәүлеләрҙең хәүефһеҙлеген тәьмин итеү ысулдары...
Юл һалыу өсөн һайланған йүнәлештәр, юлдарҙың сифаты, уларҙағы хәүефһеҙлек был ултырышта иң оҙаҡ һәм ҡыҙыу тикшерелгән мәсьәлә булғандыр, моғайын.
— Ваҡыт ҡыҫмаһа, был мәсьәлә буйынса тәҡдимдәр тураһында тағы ла һөйләшергә мөмкин булыр ине, — тине Эксперт советы рәйесе, Комитет рәйесенең урынбаҫары Рөстәм Ишмөхәмәтов. – Бәхәстең ҡыҙыу булыуына аптырайһы түгел, беҙ, төрлө һөнәр эйәләре булһаҡ та, барыбыҙ ҙа — автомобиль йөрөтөүселәр. Шуға күрә беребеҙ ҙә юлдарҙың ниндәй хәлдә булыуына битараф түгел.
— Юлдарҙың торошонан алда уларҙың маршруттарын һайлау ҙа ҡыйынлыҡ тыуҙыра әле, — тип белдерҙе Башҡортостандың Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитетынан бүлек мөдире Венер Насретдинов. – Хәҙер ҙур ҡалалар тирәләй ер участкалары һәр ҡайһыһы кемдеңдер милкендә иҫәпләнә. Юл һала башлаһаң, ошондай урындарҙы һатып алырға кәрәк, ә был инде төҙөлөштөң хаҡын ныҡ күтәрә. Шуға күрә хатта ҡайһы мәл эште кисектерергә лә тура килә. Ә автомобиль хәрәкәте беҙҙе көтмәй, көсөргәнешлек арта бара...
Шулай ҙа юл тамғалары тирәһендә бәхәс ҡыҙыуыраҡ барҙы. Ни өсөн асфальттағы аҡ һыҙыҡтар тиҙ юйыла? Ниңә урамдарҙа яһалма ҡаршылыҡ (“ятҡан полицай”) булдырыу оҙаҡ хәл ителә? Һорауҙар бик күп. Һөҙөмтәлә юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге мәсьәләһе Комитеттың 13 февралдәге ултырышында айырым ҡараласаҡ.
— Эксперт советтарын булдырыу ни өсөн кәрәк булды? Һәр мәсьәләнең — үҙ ведомствоһы, уларҙы яраштырып эшләү өсөн Хөкүмәт бар... — тип мөрәжәғәт итәм Совет рәйесенә ултырыш тамамланғандан һуң.
— Беҙ закондар ҡабул итәбеҙ, ә уларҙы үтәүселәрҙе күрмәйбеҙ, — тине Рөстәм Ишмөхәмәтов. – Шуға күрә даими рәүештә эксперт советтары үткәреп торорға булдыҡ. Улар аша теге йәки был закондың үтәлешен белеп торорға, халыҡтың йәшәйешен еңеләйтә аламы-юҡмы икәнен асыҡларға, хоҡуҡи документтарҙағы “аҡ таптар”ҙы кисекмәҫтән бөтөрә барырға иҫәп тотабыҙ.