Сәғәтте алға бороп...25.01.2014
Сәғәтте алға бороп...
Дәүләт Думаһында тағы ла сәғәтте күсереү проблемаһы буйынса баш ваталар. Яңы тәҡдим ителгән закон проекты буйынса, һүҙ ҡышҡы ваҡытҡа әйләнеп ҡайтыу ғына түгел, ә Рәсәйҙе ун ваҡыт зонаһына бүлеү тураһында ла бара. Был осраҡта Башҡортостан Урал һыҙатынан (Мәскәү ваҡыты +2 сәғәт) икенсе зонаға (Мәскәү ваҡыты +1 сәғәт) күсеүе ихтимал. Был турала беҙҙең уҡыусыларыбыҙ нимә уйлай икән?


Илдар ФӘХРЕТДИНОВ, эшҡыуар:
— Аһ, шул ваҡыт. Башты ғына ҡатырып бөттөләр инде. Әйтерһең, бүтән мөһимерәк проблемалар юҡ. Миңә барыбер. Ваҡыттың тегеләй, былай күсеүе, илдә сәғәт һыҙаттарының күп булыуы теңкәгә тейһә лә, илебеҙ ҙур булғас, бер ни ҙә ҡыла алмайһың, күнергә генә ҡала. Ил буйлап йөрөгәндә лә ваҡыт айырмалығы үҙен белдерә. Мин быға өйрәнеп бөттөм инде.

Земфира ВАХИТОВА, табип:
— Ваҡыт менән “уйнау” беҙҙең һаулыҡта сағылыш таба. Кешегә барыбер үҙенә тейешен йоҡларға, ял итергә кәрәк. Организм бер ваҡытҡа өйрәнә. Уны тегеләй, былай күсереү стресҡа алып килә. Элек ҡышҡы һәм йәйге ваҡытҡа күсеп йонсоноҡ, хәҙер уныһы бөттө, тик әлегеһе беҙгә уңайһыҙыраҡ. Уңайлыраҡ ваҡыт табырға ла, башҡа унан ситләшмәй генә йәшәргә кәрәк.

Байбулат ХӘЛИМОВ, зоотехник:
— Яңы һыҙатҡа күсеү яҡлымын. Әле бигерәк уңайһыҙ бит. Иртән тораһың — дөм ҡараңғы. Сәғәт ун беренсе киткәс кенә яҡтыра. Йәй көнө лә төнгө 12-лә яп-яҡты, балаларҙы йоҡларға һалып булмай аҙапланаһың. Беҙ йәшәгән ваҡыт тәбиғәттеке менән тура килһен тип теләйем. Айырыуса ауыл ерендә уның тура килеү-килмәүе һиҙелә, мал-тыуар өсөн дә еңел түгел.

Рәмилә НАСИРОВА, пенсионер:
— Пенсиялағы кешегә ваҡыттың нисек булыуы бик кәрәкмәй. Эшкә, уҡырға һуңлайһы, иртүк тораһы түгел. Үҙем пенсияға яңы ғына сыҡтым һәм рәхәтләнеп йоҡо туйҙырам. Һуңғы йылдарҙа ваҡыт темаһы “мода”ға инеп китте. Депутаттар тора ла шуны күтәрә. Ысынлап кеше һаулығын ҡайғырталармы, әллә яңғырауыҡлы мәсьәлә менән исем эшләп ҡалырға итәләрме — аңламаҫһың.

Артур БИКМАЕВ, студент:
— + 1 нисек була ул? Миңә һәм башҡа студенттар өсөн иң мөһиме – күберәк йоҡларға (көлә). Ә етдиерәк булғанда, әлбиттә, сәғәт уҡтарының тәбиғи ваҡыт менән тура килеүе кәрәк. Уҡырға 8-гә барабыҙ, икенсе парға саҡ яҡтыра башлай. Бигерәк уңайһыҙ.


Вернуться назад