Юрист кәңәштәре24.01.2014
Яҡын туғандар шаһитмы?


Элек бергә йәшәп, хәҙер айырылышҡан иремдең дәғүәһе буйынса мине әсәлек хоҡуғынан мәхрүм итеү мәсьәләһе судта ҡаралды. Дәғүәсе процесҡа әсәһе менән апаһын шаһит итеп саҡырғайны. Әсәлек, атайлыҡ хоҡуҡтары ҡаралған судта иң яҡын туғандар шаһит була аламы ни?
Баныу Батыр ҡыҙы.

Саҡмағош районы.


Эйе, гражданлыҡ процестарына иң яҡын кешеләр ҙә шаһит итеп саҡырыла. Әммә һеҙҙең вәкил (юрисығыҙ) уларҙың күрһәтмәләренең дөрөҫ булмауы ихтималлығы мәсьәләһен судта күтәреп сыға ала, сөнки туғандар эште ыңғай хәл итергә ынтыла. Әммә хоҡуҡтарығыҙҙы яҡлағанда адвокатҡа бик ҙур көс һалырға тура киләсәк. Ул мәсьәләне ыңғай хәл иткән осраҡта, әсәлек хоҡуҡтарын кире ҡайтарыуға ышанысығыҙ артасаҡ.
Әйткәндәй, гражданлыҡ процесында туғандарға шаһит күрһәтмәләрен биреүгә ҡағылышлы ҡәтғи тыйыуҙар юҡ. Етмәһә, улар был эшкә яуаплы ҡараясаҡ, сөнки, Рәсәй Енәйәт кодексының 307-се, 308-се статьяларына ярашлы, ялған күрһәтмә биргән осраҡта енәйәт яуаплылығы тураһында иҫкәрткән ҡағыҙға ҡул ҡуйҙырталар. Рәсәй Гражданлыҡ-процессуаль кодексының 69-сы статьяһына ярашлы, кешенең үҙ-үҙенә ҡаршы күрһәтмә бирә алмағанлығы хаҡында ла онотмағыҙ. Бынан тыш, ҡатын – иренә, балалар, шул иҫәптән ҡыҙ итеп һәм уллыҡҡа алынғандар – ата-әсәһенә, ата-әсә, киреһенсә, балаларына йәки уллыҡҡа, ҡыҙ итеп алынғандарға ҡаршы күрһәтмә бирә алмай. Шулай уҡ апайҙар, ағайҙар – бер-береһенә, өләсәй-олатайҙар ейән-ейәнсәренә ҡаршы судта сығыш яһай алмай.

Тәфтишсе хаҡлы түгел


Юл-транспорт фажиғәһендә атайым һәләк булды. Тәфтишсе: «Енәйәт эше буйынса туғандарҙан ни бары бер кеше зыян күреүсе була ала», – тине. Был дөрөҫмө? Атайым балаларын ғына түгел, ата-әсәһен дә ҡарай ине.
Алтынай МӨЛӨКОВА.

Хәйбулла районы.


Тәфтишсе хаҡлы түгел. Ысынлап та, Рәсәй Енәйәт-процессуаль кодексының 42-се статьяһындағы 8-се өлөшкә ярашлы, юл-транспорт фажиғәһендә һәләк булған кешенең хоҡуҡтары уның иң яҡын туғандарының береһенә күсә. Әммә әлеге статьяның положениелары фәҡәт бер туғанға ғына мәрхүмдең процессуаль хоҡуҡтары бирелә тигәнде аңлатмай. Был хаҡта Рәсәй Конституция судының 2005 йылдың18 ғинуарында ҡабул ителгән 131-се билдәләмәһендә әйтелә.

Телефонды өҙһәләр...


Файҙаланған өсөн бер нисә ай түләмәүем сәбәпле, өй телефонын өҙҙөләр. Әгәр минең тағы һөйләшкем килеп, элемтәне ялғатһам, бер кемгә лә шылтыратмаған ваҡыт өсөн дә хаҡ һораясаҡтармы?
Әлиә.

Бәләбәй ҡалаһы.


Әгәр ниндәйҙер осорға телефонығыҙҙы файҙаланырға рөхсәт һорап хеҙмәтләндереү компанияһына ғариза яҙһағыҙ, «абонент хаҡы»н түләргә кәрәк буласаҡ. Телефон номерынан бөтөнләй баш тартырға уйламайһығыҙҙыр бит?


Вернуться назад