"Европа"ның яныуында ғәйеплеләр хөкөм ителде
Суд ҡарары менән “Европа” хужаһы Эйнур Бейбутов — дүрт, ә сауҙа үҙәгенең идарасыһы Александр Герсон өс йылға иркенән мәхрүм ителде. Бынан тыш, улар янғында һәләк булған Гүзәл Булатованың әсәһенә 200-әр мең һум түләргә тейеш. Фажиғәлә ирен юғалтҡан Евгения Жемчугова 1 миллион 400 мең һум компенсация алған. Уға тағы ла ошо уҡ күләмдә аҡса күсерергә тейештәр.
Хөкөм ителеүселәр — уңышлы эшҡыуарҙар. Аҡса хаҡында күберәк уйлап, янғын хәүефһеҙлеген тәьмин итмәгәндәр. Александр Герсон сигнализация эшләмәүендә ғәйепләнһә, Бейбутов ремонт эштәре барышында тейешле шарттар булдырмаған. Эште еренә еткереп башҡармау арҡаһында өс йыл элек “Европа” сауҙа үҙәге янып китте лә инде.
Ниһайәт, был эш буйынса хөкөм ҡарары сығарылды. Материал — бер нисә томлыҡ. Судья уны, тәнәфескә туҡтап, биш сәғәттән ашыу уҡыған. Хөкөм ҡарары буйынса, эшҡыуарҙар киләһе бер нисә йылды колонияла үткәрәсәк.
Янғында зыян күргән Рөстәм Ғүмәров та аҡсалата ярҙам аласаҡ. Ғәйепләнеүселәр уға 500 мең һум күләмендә компенсация түләргә тейеш.
Бала ҡар аҫтында ҡалған
Саҡмағош районының Яңы Семенкин ауылында фажиғә теркәлде — ярҙа уйнап йөрөгән балалар көрт аҫтында ҡалғас, уларҙың өсәүһе иҫән ҡотолған, ә 2000 йылғы бер үҫмер ҡар эсенән сыға алмай һәләк булған.
Володя Яковлев ваҡиғаны ҡурҡыныс төш кеүек хәтерләй.
— Ҡарға күмелгәс, тын алыу ауырлашты, ҡыбырларлыҡ та хәл юҡ ине, — ти үҫмер.
Ваҡиға урынында балалар дүртәү була. Яр ситендә уйнап йөрөгәндә улар ҡапыл ҡар өйөмө менән түбәнгә тәгәрәй. Кемдер ағасҡа йәбешә, икәүһе ҡар аҫтында ҡала. Берәүһе юғала. Тиҙ арала ярҙамға тотош ауыл халҡы сыға. Эҙләү оҙаҡҡа һуҙыла. Сәғәт ярымдан ғына баланың үле кәүҙәһен табалар. Көрттөң ҡалынлығы ун метр самаһы булған, ти белгестәр.
Кеше үлтереүсегә — алты йыл төрмә
Өфөнөң Калинин район судында 2012 йылда «Невский» клубында кеше үлтергән егеткә ҡарата хөкөм ҡарары сығарылды.
18 йәшлек Алмаз Рәхмәтуллин Черниковка биҫтәһендә урынлашҡан төнгө клубта фажиғәле һәләк була. Был эш буйынса суд йыл ярым дауам итә. Егетте үлтергән клуб һаҡсыһы Руслан Кинйәбулатовҡа ҡарата быға тиклем тағы ла бер енәйәт эше асылған булған. 2013 йылдың апрелендә ул оло йәштәге ирҙе туҡмауҙа ғәйепләнгән. Тик тәүге низағ буйынса эш ике яҡтың килешеүе һәм күрелгән зыян өсөн түләү менән тамамланған.
Хөкөм ҡарарын ишеткәс, Алмаз Рәхмәтуллиндың әсәһе: “Улымды кире ҡайтарып булмай, шулай ҙа ғәйепле кеше, ниһайәт, язаһын аласаҡ”, — тигән.