Журналист кемдеке йәки Ни өсөн киң мәғлүмәт саралары яҡлауһыҙ24.01.2014
Журналист төрлө яҙмышлы кешеләр менән аралаша, улар хаҡында яҙа, проблемаларын күтәрә. Итексе итеккә йәлсемәй, тигәндәй, уның үҙенең проблемаларын ғына күтәреүсе юҡ. Ә бит хәбәрсенең дә яҡшы йәшәгеһе, балаларын бүтәндәрҙән кәм итмәй үҫтергеһе килә. Гәзиттә эшләгәс, беләбеҙ: журналистың эше башҡа һөнәр эйәләренекенән кәм дә, еңел дә түгел.


Журналист кемдеке йәки Ни өсөн киң мәғлүмәт саралары яҡлауһыҙЫсын ҡәләм оҫтаһы ике телде лә яҡшы белергә, олоһона — ололоҡло, кесеһенә кеселекле булырға тейеш. Өҫтәүенә, заман һулышын, һәр яңылыҡты үҙ йөрәге аша үткәреп, иләп, башҡаларға кеше аңларлыҡ телдә еткерергә бурыслы. Ул һәйбәт психолог, яҡшы аналитик, илгиҙәр илсе, телгә бөткән аралашсы, фекер төйөнөн үҙендә һаҡлаусы “сейф”, тәржемәсе, йылъяҙмасы, кәрәк икән, төрлө сүрәткә, ролгә инә белгән һәләтле артист та булырға тейеш.
Бынан тыш, Ер йөҙөндәге һәр өлкә тураһында хәбәрҙар, боронғоһон да, бөгөнгөһөн дә бер башына һыйҙырып, Хоҙай биргән теле, ҡәләме ярҙамында яҙғанын алты йәшлек сабый ҙа, йөҙйәшәр аҡһаҡал да аңларлыҡ итеп бирергә бурыслы. Бынан тыш та бихисап һөнәр эйәһе ул журналист: фотограф, сәйәхәтсе, географ, тарихсы, телсе, башҡаларға бәлә килһә, саң ҡағыусы, халыҡ адвокаты, заман судьяһы...
“Ятып ҡалғансы, атып ҡал”, тигәндәй, күңелде өйкәгән һүҙебеҙҙе әйтергә теләйбеҙ. Бәлки, беҙҙе ишетеүсе, һорауыбыҙҙы юғары даирәләргә ишеттереүсе булыр: бөгөн журналист кемгә кәрәк? Тәбиғәт күренештәрен Аллаһ тыуҙырһа, ил именлеген, тотороҡлоғон нығытыуға дәүләтебеҙ иғтибарынан ситтә ҡала килгән дүртенсе власть вәкиле лайыҡлы өлөшөн индермәйме ни? Төрлө матди ярҙам теҙмәһендә “журналист” тигән һөнәр эйәһе ниңә онотола?
Һуңғы ваҡытта педагогтарға, мәҙәниәт, медицина хеҙмәткәрҙәренә дәүләт тарафынан төрлөсә ярҙам күрһәтелә. Әйтәйек, ниндәйҙер һөҙөмтәгә өлгәшкән уҡытыусылар гранттар, махсус премиялар ала, ауылға эшкә ҡайтҡан юғары белемле медицина хеҙмәткәрҙәренә миллионышар һум бирелә. Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре лә иғтибарһыҙ ҡалмай, күптән түгел уларға ла ҙур ғына күләмдә матди ярҙам бүленеүе хаҡында мәғлүм булды. Республикала уҡытыусыларҙың уртаса эш хаҡы 2013 йылдың тәүге яртыһында 23 мең һум самаһы тәшкил иткән, балалар баҡсалары тәрбиәселәренеке – 17700, ә врачтарҙыҡы – 38 мең һум. Журналистарҙыҡы күпме икән? Интернетта ла был һорауға яуап таба алманыҡ. Улар иғтибарҙан бөтөнләй ситтә ҡалып килә.
Үрҙә һанап үтелгән ҡатламдарға эләккән коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләүҙе компенсациялау кеүек өлөштән дә мәхрүм журналист ғаиләһе. Оҙаҡ йылдар эшләгән өсөн медицина хеҙмәткәрҙәре, педагогтар алған түләүҙәр ҙә уларға ҡаралмаған. Район гәзиттәрендә тормоштарын ошо эштән тыш күҙ алдына килтерә алмаған оптимистар һәм сараһыҙҙың көнөнән башҡа урынға китмәгәндәр генә эшләй тиһәк, хата булмаҫ. Эш хаҡыбыҙ бәләкәй, редакцияларҙың хеҙмәткәрҙәренә фатир йүнләп алып бирерлек мөмкинлеге юҡ, бүтән төрлө дәүләт яҡлауы ла ҡаралмаған. Шул уҡ ваҡытта район гәзиттәре – урындағы халыҡтың күҙ терәп торған баҫмаһы, етәкселек менән халыҡ араһындағы беренсе күпер. Уның уҡымлы, йөкмәткеле булыуы, халыҡ мәнфәғәтенә хеҙмәт итеүе – тәүшарт. Мәҫәлән, беҙҙең Бөрйәндә урындағы радио ла, телевидение ла, бүтән гәзит тә юҡ.
Заман башҡа – заң башҡа. Бөгөнгө әрһеҙ әптерәйҙәр китеп бөтһә, был йөктө кем тартыр икән? Изге урын буш тормай, тип ауыҙҙы ябыр бәғзеһе, уныһы шулайҙыр ҙа. Тик, ҡыҙыл йомортҡа көнөндә ҡиммәт, тигәндәй, илдең биле ныҡ булһын, рух ҡалҡаны сатнамаһын, тел байлығы юғалмаһын, милләт бәҫе төшмәһен, тип ал-ял белмәй хеҙмәт итеүселәрҙең китек күңелен, етешһеҙ донъяһын, һындырылған рухын кем бөтәйтер?
Интернетта яңыраҡ бер яҙмаға осраныҡ. Унда шундай юлдар бар: “Президенттың әйтеүенсә, Рәсәйҙә эшләп йөрөүсе һәр кеше айына уртаса 27 мең һум хеҙмәт хаҡы ала. Ҡыҙыҡ: мин эшләмәйемме, әллә кеше түгелменме?.. Бәлки, мин Рәсәйҙә йәшәмәйемдер...”
Ошоға өҫтәп тағы ла нимәлер яҙыу артыҡ булыр һымаҡ.

Айһылыу ҒАРИФУЛЛИНА, Таңһылыу БАҺАУЕТДИНОВА,
“Таң” гәзите журналистары.


Вернуться назад