Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, Башҡортостан Хөкүмәте бойороғо менән 2012 йылдың I кварталында Хөкүмәт Президиумы ағзалары, республика министрлыҡтары, дәүләт комитеттары һәм ведомстволары етәкселәре тарафынан граждандарҙы күсмә ҡабул итеү графиктары раҫланды.
Быйыл ғинуар — мартта республиканың барлыҡ райондары һәм ҡалаларында граждандарҙы 62 ҡабул итеү ойоштороласаҡ: ғинуарҙа — 19, февралдә — 27, мартта — 26.
Башҡортостан Хөкүмәте Президиумы ағзалары республиканың 11 районында һәм “Берҙәм Рәсәй” Бөтә Рәсәй сәйәси партияһы рәйесе В.В. Путиндың Башҡортостан Республикаһындағы төбәк йәмәғәтселекте ҡабул итеү бинаһында граждандар 14 тапҡыр ҡабул ителә.
Л. ДӘҮЛИЕВА.