Башҡортостан Хөкүмәте 1 ғинуарҙан транспорт сараларына техник тикшереү үткәргән өсөн түләүҙең күләмен билдәләне, тип хәбәр итә республика Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте.
Тейешле ҡарар “Транспорт сараларын техник тикшереү һәм Рәсәй Федерацияһының айырым закон акттарына үҙгәрештәр индереү тураһында”ғы федераль закон ҡабул итеүгә бәйле сығарылды.
Әгәр быға тиклем техник тикшереү өсөн еңел автомобиль хужаһы 650 һум түләһә, хәҙер иң ҙур хаҡ 450 һум тәшкил итә. Был хаҡҡа банк комиссиялары инмәй.
Бер транспорт өсөн түләү хаҡы ҡушымтаға ярашлы билдәләнә.
М. МӨХӘМӘТОВА.