Дәүләт Думаһына ла тәҡдимдәр бар21.01.2014
Республика парламенты Президиумының алтынсы ултырышы Яңауыл ҡалаһындағы шартлауҙа һәләк булғандар иҫтәлегенә бер минут тынлыҡтан башланды. Спикер Константин Толкачев фажиғә һәм уның эҙемтәләре буйынса башҡарылған эштәр тураһында һөйләне.


Президиумда хәл ителеүенсә, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың бишенсе пленар ултырышы 30 ғинуарҙа буласаҡ. Уның көн тәртибенә ҡырҡтан ашыу мәсьәлә сығарыла.
Ултырышта депутаттар «2013 йылда Башҡортостан Республикаһында ҡануниәт торошо тураһында» доклад тыңлаясаҡ һәм “Башҡортостан Республикаһында выждан һәм инаныуҙар азатлығы тураһындағы ҡануниәтте тормошҡа ашырыу” темаһына арналған парламент сәғәтендә ҡатнашасаҡ.
Бынан тыш беҙҙең парламент депутаттары Рәсәй Дәүләт Думаһына тәҡдимдәр менән сыҡмаҡсы. Улар араһында коррупцияға ҡаршы тороу, бәлиғ булмағандарҙың тәртибен иҫкәртеү, Административ хоҡуҡ боҙоуҙар һәм Енәйәт кодекстарына үҙгәрештәр индереүгә ҡағылғандары бар.


Вернуться назад