Конкурс иғлан ителде20.01.2014
Өфө ҡала Советының 28-се ултырышында депутаттар баш ҡала хакимиәте башлығы Ирек Ялаловтың вәкәләттәрен туҡтатыу тураһында ҡарар ҡабул итте. Уның менән контрактҡа 2012 йылдың 18 ғинуарында ҡул ҡуйылғайны, шуға ярашлы етәкселек итеү мөҙҙәте 17 ғинуарҙа тамамланды.


Ҡала хакимиәте етәксеһе вазифаһына конкурсты 12 февралдә үткәреү күҙаллана. Ошоға тиклем Ирек Ялалов бурыстарын әүәлгесә башҡара. Уставҡа ярашлы, бәйгелә ҡатнашырға теләгән кешеләргә ҡала Советына 2013 йыл өсөн килем, мөлкәт һәм мөлкәткә бәйле йөкләмәләр тураһындағы мәғлүмәттәрҙе тәҡдим итергә кәрәк. Ошондай уҡ белешмәләрҙе дәғүәсенең ҡатыны йәки ире, бәлиғ булмаған балалары ла тапшырырға тейеш. Документтар конкурс комиссияһы билдәләгән ваҡытта ҡабул ителә.
Кандидаттарҙы ҡарау буйынса ултырыш 3 февралдә уҙғарыла. Комиссия составына Башҡортостан Президенты Хакимиәте етәксеһе Сергей Молчанов, Президент Хакимиәтенең Ижтимағи-сәйәси үҫеш идаралығы начальнигы Данил Азаматов, Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты Ирек Ниғмәтуллин, Өфө ҡала Советы депутаты Андрей Носков, Башҡортостандың Сауҙа-сәнәғәт палатаһы президенты Юрий Пустовгаров, Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың Торлаҡ сәйәсәте һәм инфраструктур үҫеш комитеты рәйесе Елена Родина инә. Депутаттар ҡала хакимиәте башлығын комиссия тәҡдим иткән кандидатуралар араһынан һайлаясаҡ.


Вернуться назад