Федераль суд приставтары хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығы журналистарҙың "Закондың көсө — үтәлешендә" тигән ижади конкурсында еңеүселәрҙе бүләкләне.
Бер юлы идаралыҡтың былтырғы эшенә йомғаҡ та яһалды. Ведомство етәксеһе, республиканың баш суд приставы Зариф Байғусҡаров журналистарҙың һорауҙарына яуап бирҙе.
Былтыр идаралыҡ тәртип боҙоусыларҙан 7,5 миллиард һум аҡса түләтеүгә өлгәшкән. Шуларҙың 2,7 миллиарды Рәсәй Федерацияһы бюджетына күсерелгән. Бөтәһе 1,6 миллион эш ҡарала башлаған, 486 меңе аҙағына еткерелгән тиерлек.
Федераль суд приставтары хеҙмәте идаралығы 2 074 енәйәт эше ҡуҙғатҡан. Улар буйынса бер генә аҡлау хөкөмө лә сығарылмаған. Тәртип боҙоусыларҙың барыһы ла ғәйепле тип танылған, тейешле язаға тарттырылған.
— Эштәрҙең 2 меңгә яҡыны баланы ҡарауға аҡса түләмәүгә бәйле. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, алимент буйынса бурысы булғандар һаны йәһәтенән республикабыҙ Рәсәйҙәге тәүге биш төбәк иҫәбенә инә. Былтыр 58 меңдән ашыу кеше бала ҡарауҙан ситләшкән. Суд приставтарының тырышлығы менән шуларҙың 30 меңе бурысын түләне. 1 ғинуарға алимент түләмәгән йәки уны тотҡарлаған 29 300 кеше иҫәпләнә. Әйтергә кәрәк: алиментты баланы ғына түгел, шулай уҡ оло йәштәге ата-әсәне ҡарауға ла түләйҙәр, — тине Зариф Байғусҡаров.
Республикабыҙҙа дәүләткә һәр береһенең 10 мең һумдан ашыу бурысы булған 7 901 кешегә сит илгә сығыу рөхсәт ителмәгән. Теләге булғандар, идаралыҡтың рәсми сайтына инеп, бурысы булыу-булмауын тикшерә ала. Бының өсөн фамилияңды һәм исемеңде, предприятиеның атамаһын яҙырға кәрәк. Мәғлүмәт экранда күренәсәк.
Башҡортостанға законһыҙ килгән мигранттар проблемаһын хәл итеү йәһәтенән идаралыҡ полиция менән тығыҙ хеҙмәттәшлек итә. Былтыр 215 кеше республикабыҙҙан сығарылды. Ундайҙарҙы нигеҙҙә Үзбәкстан, Тажикстан, шулай уҡ Ираҡ, Иран, Сенегал граждандары тәшкил итә.
Суд приставтары ярҙамы менән эш биреүселәрҙән 21 мең хеҙмәткәргә 309 миллион һумлыҡ эш хаҡы түләтелгән. Әле 4 900 суд ҡарары үтәүгә ҡабул ителгән. Зариф Байғусҡаров әйтеүенсә, был йүнәлештә эш йылдам бара, Башҡортостан йыл һайын тиерлек юғары күрһәткестәргә өлгәшә.