“Территориаль үҫештең донъя күренештәре Башҡортостан өсөн дә ысынбарлыҡҡа әүерелә. Беҙгә халыҡтың ҡалаларға күпләп күсенеүенә, территориаль кооперацияға идара итергә өйрәнеү мотлаҡ, — тине Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайға йыллыҡ Мөрәжәғәтнамәһендә. – Урбанизацияның бөгөн республикала сағылышы ҡалаларҙа торлаҡ етешмәүгә, һаулыҡ һаҡлау, мәғариф, социаль яҡлау учреждениеларына көсөргәнешлектең артыуына килтерә. Ә яҡшы әҙерлекле белгестәр иһә етешмәй”.
Уҙған быуаттың 90-сы йылдарынан һуң илебеҙҙә булып үткән хәл-ваҡиғаларҙы етди өйрәнеп, баһа бирергә һәм яйға һалырға ынтылыу, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, власть даирәләре яғынан да, фән әһелдәре тарафынан да һиҙелмәй. Күрәһең, бының өсөн ваҡыты етмәгән. Масштабы буйынса ғына түгел, йөкмәткеһе менән дә тарихта тиңдәше булмаған сәйәси, социаль-иҡтисади, мәҙәни, хатта милли йәһәттән дә Рәсәй йәмәғәтселеге дусар ителгән хәлде төрлө яҡлап өйрәнмәй тороп, был көрсөктән сығыу юлдарын билдәләү мөмкин түгел. Һуңғы осорҙа ҡулланылышҡа ингән һәм ватан йәмәғәтселеге өсөн өр-яңы төшөнсә – агломерация илдә йәшәү мөхите етди һынауҙарға дусар ителеүен күрһәтә. Проблеманы бар сағылышында өйрәнеүе менән башҡа баҫмаларға өлгө булып торған “Литературная газета” былтыр “Дикое поле” тип аталған күләмле мәҡәләлә, 2025 йылда Рәсәй халҡының яртыһынан күберәге эре ҡалаларҙа көн күрәсәк, тигән фараз яһай. Тикшеренеүҙәрҙән күренеүенсә, был — объектив күренеш, сөнки хәҙер үк ватандаштарыбыҙҙың 31 проценты мегаполистарҙа йәшәй.
2002 һәм 2010 йылдарҙағы халыҡ иҫәбен алыу осоронда Рәсәйҙә 8,5 мең ауыл юҡҡа сыҡҡан, кеше йәшәмәгән ултыраҡтар иҫәбе 13,1 меңдән 19,4 меңгә еткән. Сәбәптәре билдәле: колхоз-совхоздар тарҡатылыуға бәйле эшһеҙлектән, аҡсаһыҙлыҡтан интеккән, мәктәп менән медпункттары (клубтар тураһында әйтергә лә түгел) аҡса юҡлыҡтан ябылып, әҙәмсә тормошто ҙурыраҡ ҡалаларҙа эҙләргә мәжбүр булғандар йылдан-йыл арта. “Башинформ” агентлығы мәғлүмәттәре буйынса, былтыр республиканың хеҙмәткә яраҡлы граждандарының 136 меңе сит яҡтарҙа эшләгән. Күпселек (86,7 мең) аҡсаны Төмән өлкәһендә тапҡан. Мәскәү ҡалаһында, Мәскәү, Свердловск, Силәбе өлкәләрендә лә яҡташтарыбыҙ күп, сөнки Башҡортостанда аҡсалы шөғөл табыу мөмкинлеге юҡ. Мәҫәлән, 2013 йылда Өфөлә йәшәүселәрҙең 16,5 меңе генә хеҙмәт урынын мәшғүллек үҙәктәре ярҙамында таба алған.
Ошо уҡ агентлыҡ мәғлүмәттәренә ҡарағанда, яңы эш урындары, мәҫәлән, малсылыҡ (Ейәнсура районының Хоҙайбәндә ауылында — һарыҡ), йәнлек тиреләре етештереү (Күгәрсен районының Мәҡсүт ауылында) фермалары асыу кеүек йүнәлештәрҙә эш һүлпән бара. Фараз ителеүенсә, Рәсәй халҡының ике-өс тиҫтә самаһы агломерация — Мәскәү, Санкт-Петербург, Новосибирск, Түбәнге Новгород, Екатеринбург, Һамар, Тольятти һ.б. — тирәһендә тупланыуы көтөлә. Әлбиттә, Өфө ҡалаһы ла ошо исемлеккә дәғүә итә. Һуңғы йылдарҙа баш ҡала тирәһендәге элекке бәләкәй генә ауылдарҙа — Чесноковка, Зубов, Нуғай, Сергеевка, Шамонинда өр-яңы ҙур-ҙур кварталдар үҫеп сыҡты. Уларҙа эшһеҙ ҡалған ултыраҡтарҙан күсеп килгән йәш ғаиләләр, баш ҡалала үҙен торлаҡ менән тәьмин итә алмағандар нигеҙ ҡора. Мәләүез, Күмертау, Белорет, Учалы, Баймаҡ, Бөрө кеүек бәләкәй ҡалаларҙың да берәй агломерация тарафынан йотолоу ихтималлығы бар.
Капитализм үҙ яйы менән үҫкән дәүләттәрҙә агломерация, билдәле, ғәҙәти үҫеш процесы. Шул уҡ "Литературная газета" хәбәр итеүенсә, Нью-Йорк, Оло Париж агломерацияларында муниципалитеттар араһында һәр ҡайһыһының хоҡуҡ-бурыстары ғәҙел бүленеп, эшһеҙлек йәки аҡсаһыҙлыҡ проблемаһы интектермәй. Һәр Ере үҙе дәүләт хоҡуҡтарына эйә булған Германияла ла шундай уҡ хәл. Ҡала тормошо шарттарында бер быуаттан саҡ ҡына күберәк йәшәп ҡараған, граждандар йәмғиәте институттары үҫешмәгән, һалым-ҡаҙна мөнәсәбәттәре элекке империя өлгөһө буйынса дауам иткән, башлыса чиновниктар армияһы менән көс ведомстволары тарафынан идара ителгән Рәсәй йәмғиәте өсөн агломерация, тәбиғи үҫеш булыуҙан бигерәк, көтмәгәндә ябырылған баҙар капитализмы кеүек ҡабул ителә. Эшһеҙ, юлһыҙ, социаль хеҙмәттәрһеҙ ҡалған ауылдарҙан китергә мәжбүр булғандарҙы бер ерҙә лә торлаҡ төҙөп (Рәсәйҙә сирек быуат самаһы капиталистик мөнәсәбәттәр урынлашыуға ҡарамаҫтан, торлаҡ баҙары юҡ), эш тәҡдим итеп тормайҙар. Өй һалып инеү, ихата хужалығы тергеҙеү өсөн кредит проценты ла сит илдәрҙәгенән ун тапҡырға юғары.
Проблеманың хәл ителеү юлдары юҡ түгел. Бының өсөн иң элек былтыр ғәмәлгә инеүенең 20 йыллығы билдәләнгән Рәсәй Федерацияһы Конституцияһының төп положениелары ғәмәлдә эшләй башлауы мотлаҡ:
— Рәсәй — республика формаһында идара ителеүсе демократик федератив хоҡуҡи дәүләт (1-се ст.);
— Рәсәй Федерацияһында суверенитетты йөрөтөүсе һәм властың төп сығанағы — уның күп милләтле халҡы иҫәпләнә (3-сө ст. 1-се пункт);
— республика (дәүләт) үҙ конституцияһына һәм закон сығарыу хоҡуғына эйә (5-се ст. 2-се пункт);
— Рәсәйҙә урындағы үҙидара таныла һәм гарантиялана. Урындағы үҙидара үҙ вәкәләттәре сиктәрендә үҙаллы (12-се ст.) һ.б.
Әммә һуңғы сирек быуатта тарихта күрелмәгәнсә артҡан, көсәйгән чиновниктар армияһы быға етди ҡамасаулыҡ итә. Былтыр иҡтисади үҫеш темпы киҫкен түбәнәйгән (1,4 проц.) шарттарҙа ла ҡаҙна сығымдарын кәметеүҙе халыҡты социаль яҡлау, мәғариф, һаулыҡ һаҡлау кеүек социаль статьяларҙан эҙләргә, административ баҫымды кәметмәҫкә тырышҡан властар уны күрмәмешкә һалыша. "Беҙҙең бурыс — бәләкәй ҡалалар һәм муниципаль район үҙәктәре, ауылдарҙа эш урындары, сифатлы тормош өсөн шарттар булдырыу", тиелә үрҙә телгә алынған Мөрәжәғәтнамәлә. Тик ни рәүешле, хәҙерге административ-территориаль, хоҡуҡи һәм социаль-иҡтисади шарттарҙа уға нисек өлгәшергә — был һорауҙарға документта яуап юҡ. Хәйер, булыуы ла мөмкин түгел, сөнки бының өсөн граждандар институттарының үҫешкән булыуы мотлаҡ.