Евгений Гурьевҡа ышаныс күрһәтелде16.01.2014
Евгений Гурьевҡа ышаныс күрһәтелде
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Евгений Гурьевты республиканың ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министры итеп тәғәйенләү тураһындағы Указға ҡул ҡуйҙы.


Евгений Александрович Гурьев 1971 йылдың 21 сентябрендә Бөрөлә тыуған. Башҡорт дәүләт университетын, Бөтә Рәсәй финанс-иҡтисад институтын тамамлаған, юридик фәндәр кандидаты.
1995 — 2009 йылдарҙа “Башҡортостан” банкында төп юрисконсульт, бүлек начальнигы урынбаҫары, “Урал-Себер банкы” йәмғиәтендә юридик идаралыҡ начальнигы, юридик департамент директоры, башҡарма директор, вице-президент, Рәсәй Һаҡлыҡ банкының Башҡортостан бүлексәһендә идарасы урынбаҫары, “УРАЛСИБ” йәмғиәтенең Волга буйы төбәк дирекцияһы етәксеһе, башҡарма директоры, төбәк бизнесы буйынса башҡарма директор булып эшләгән. 2010 йылдан алып әлегә тиклем — “УРАЛСИБ” банкының идара рәйесе урынбаҫары.


Вернуться назад