Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Катарҙың I.A.S. International компанияһы етәксеһе Иссам Абдул Салам менән осрашыу үткәрҙе, тип хәбәр иттеләр төбәк башлығының матбуғат хеҙмәтенән.
Рөстәм Хәмитов сит илдән килгән ҡунаҡҡа Башҡортостан хаҡында һөйләне, берлектәге хеҙмәттәшлек йүнәлештәрен билдәләне, республикала инвесторҙарҙы йәлеп итеү өсөн ҙур ташламаларҙы күҙ уңында тотҡан заманса ҡануниәт булдырылыуы тураһында мәғлүмәт бирҙе.
— Республика Standard & Poor’s, Moody’s кеүек халыҡ-ара агентлыҡтарҙың яҡшы кредит рейтингына эйә. Инвестиция әүҙемлегенең артыуы асыҡ тойола. Былтырғы йомғаҡтарға ҡарағанда, инвестиция күләме 8,5 миллиард долларға етә. Сит ил капиталы ағымы ла, сит ил инвестициялары ла арта. Инвесторҙар өсөн яҡшы шарттар тыуҙырабыҙ, һалымдарға бәйле төрлө ташлама бирәбеҙ, административ ҡаршылыҡтар юҡ, ҙур инвестиция проекттарына туранан-тура булышлыҡ итәбеҙ, — тине Рөстәм Зәки улы.
Президент шулай уҡ ҡунаҡҡа республикабыҙҙа нефть химияһы һәм химия өлкәһендәге ҙур индустриаль парктар ойоштороуҙа ҡатнашырға, хәләл ризыҡ етештереү өсөн ауыл хужалығын үҫтереүгә, йылға портын төҙөүгә инвестиция һалырға тәҡдим итте.
Үҙ сиратында Иссам Абдул Салам Өфөлә ҙур мөмкинлектәр күреүен билдәләне. Уның фекеренсә, осрашыу барышында телгә алынған инвестиция проекттары ҡыҙыҡһыныу тыуҙыра.