Март килер ҙә етер ул14.01.2014
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов быйыл мартта Өфөлә Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле ҡарамағындағы Советтың һәм илдең Волга буйы федераль округындағы төбәктәренең закондар сығарыу (вәкиллекле) дәүләт власы органдары ассоциацияһының сираттағы ултырышына әҙерләнеү, уны үткәреү буйынса ойоштороу комитетын төҙөү тураһындағы бойороҡҡа ҡул ҡуйҙы.


Башҡортостан Президенты Хакимиәте етәксеһе Сергей Молчанов ойоштороу комитеты рәйесе итеп тәғәйенләнде. Комитет составына йәмғеһе 26 кеше — министрлыҡ һәм ведомство етәкселәре, ҡала, район башлыҡтары, Дәүләт Йыйылышы депутаттары инә. Комитетҡа 17 ғинуарға тиклем ултырышҡа әҙерлек буйынса саралар планын тәҡдим итергә һәм раҫларға ҡушылды.


Вернуться назад