Башҡортостандың бишенсе саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай яҙғы сессия эшен башларға әҙерләнә. Ошо көндәрҙә республика парламенты спикеры Константин Толкачев даими нигеҙҙә эшләгән депутаттар менән осрашты һәм һәр кемдең алдына бурыстар ҡуйҙы.Константин Борисович уҙған йылға байҡау яһап, эшмәкәрлектең айырым һөҙөмтәләренә туҡталды.
— 2013 йыл республикала Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау йылы тип иғлан ителгәйне. Был тәңгәлдә Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай байтаҡ эш башҡарҙы, ҡануниәт нығытылды, яңы закондар ҡабул ителде. Шулай ҙа эште бының менән туҡтатырға ярамай, артабан да мәсьәләләрҙе иғтибар үҙәгендә тоторға, закондарҙы камиллаштырырға бурыслыбыҙ, — тине ул. — Эшмәкәрлектең һөҙөмтәһе барлыҡ талаптарға яуап биргән яңы Экология кодексы буласаҡ.
Яңы йыл алдынан Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов, Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайға йыллыҡ Мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһап, республика парламентын һәм депутаттарҙы асыҡ булырға саҡырғайны.
— Эйе, Дәүләт Йыйылышы йәмғиәт өсөн асыҡ булырға, халыҡты борсоған проблемаларҙың уртаһында ҡайнарға тейеш. Президенттың фекере менән беҙ килешәбеҙ һәм ошо юѕыҡта әүҙемерәк эшләй башлайыҡ. Беҙгә парламент тәфтише һәм парламент комиссияларын булдырыу кәрәк, — тине Константин Толкачев. Яҙғы сессияла алтмыштан ашыу закон проектын ҡарарға ниәтләйҙәр. Халыҡ мәнфәғәтен ҡайғыртҡан яңы закондар ҡабул ителәсәк, булғандарына үҙгәреш индереләсәк.