Республика башлығы Рөстәм Хәмитов үҙенең бойороғо менән Рәмил Дилмөхәмәтовты Башҡортостан Президенты Хакимиәте етәксеһе урынбаҫары итеп тәғәйенләне.
Рәмил Хөрмәт улы 1954 йылда Балаҡатай районында тыуған. Өфө авиация институтын тамамлағас, хеҙмәт эшмәкәрлеген 1974 йылда “Төрөкмәнэнергоремонт” тресында слесарь булып башлаған. Төрлө йылдарҙа “Союзнефтеавтоматика” Бөтә Союз берекмәһенең көйләү идаралығында техник, Өфөнөң Совет районы торлаҡ хужалығының етештереү тресында инженер, өлкән мастер, баш инженер, район Советының коммуналь хужалыҡ бүлеге мөдире, башҡарма комитет рәйесе урынбаҫары, хакимиәт башлығының беренсе урынбаҫары, хакимиәт башлығы булып эшләгән. Һуңғы йылдарҙа Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары – муниципаль милеккә идара итеү буйынса комитет рәйесе, баш ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары булды.