Рәсәй үткән аҙнала ла донъя әһәмиәтендәге ваҡиғаларҙың үҙәгендә булды. Бының сәбәбе алда торған һайлауға ғына бәйле түгелдер, моғайын. Һуңғы осорҙағы яңылыҡтарҙы байҡап ҡараһаң, иҡтисади көрсөктән ҡаҡшай барыусы бүтән дәүләттәр араһында беҙҙең ил шаҡтай айырылып, бер башҡа юғарыраҡ торған кеүек. Шуға ла күптәр уның менән дуҫлашырға теләй, көнләшеүҙән аяҡ салырға маташыусылар ҙа етерлек.
Рәсәйҙән уллыҡҡа алынған Иван Скоробогатов исемле ете йәшлек малайҙы туҡмап үлтергән Нанетт һәм Майкл Краверҙарға ҡарата АҠШ суды сығарған хөкөм ҡарары йәмәғәтселектә ҡәтғи ризаһыҙлыҡ тыуҙырҙы. Прокуратура үлем язаһын күҙ уңында тотһа ла, енәйәтселәрҙе ни бары 16 айға иркенән мәхрүм иттеләр. Ирле-ҡатынлы был икәү суд залынан тура иреккә сыҡты, сөнки енәйәт эшен тикшереү барышында йыл ярымдан ашыу ваҡытты рәшәткә артында үткәреүҙәре иҫәпкә алынды. Рәсәйҙең Сит ил эштәре министрлығы һәм Тәфтиш комитеты был хәлде иғтибарһыҙ ҡалдырмаҫҡа һәм АҠШ судына дәғүә белдерергә ниәтләй.
Хәтерегеҙҙә булһа, Ваня 2009 йылда баш һөйәге ярылыуҙан вафат булғайны. Уллыҡҡа алыусылар раҫлауынса, ул башын каминға бәргесләп үҙен-үҙе һәләк иткән. Дауаханала иһә малайҙың тәнендә 80-дән ашыу йәрәхәт табылды. Шуныһы күңелгә шом өҫтәй: әле Ваняның һеңлеһе лә Краверҙар ғаиләһендә “тәрбиәләнә”.
Был ваҡиғаның Америкала Рәсәй эшҡыуары Виктор Бутты ҡулға алып, үлем язаһы менән янауҙары, Тажикстанда яғыулыҡ етмәү арҡаһында рөхсәтһеҙ ергә төшөргә мәжбүр булған осоусыларыбыҙҙы енәйәтселектә ғәйепләүҙәре менән ниндәйҙер бәйләнеше бар һымаҡ. Әллә, ысынлап та, илебеҙгә ҡарата көнсөллөктән эшләнәме был?
Белоруссия менән Ҡаҙағстан, киреһенсә, Рәсәй менән дуҫлыҡ яҡлы. Был илдәр өсөн Берҙәм иҡтисади киңлек булдырыу тураһында күптән һүҙ йөрөнө, тик хыялды тормошҡа ашырыу өсөн һаман да ниҙер етмәне. Әгәр беҙҙең ил етәкселеге тәүәккәлләмәһә, берләшеү тағы ла күп йылдар талап итер ине. Ғөмүмән, тәүге аҙым яһалды: үҙ-ара хеҙмәттәшлекте көйләүсе төп органды — Евразия иҡтисади комиссияһын — төҙөү хаҡында килешеүгә ҡул ҡуйылды. Президенттар ышаныуынса, был альянс Европа союзынан һис тә кәм булмаясаҡ. 2015 йылға Евразия иҡтисади союзы барлыҡҡа киләсәк, тип белдерҙе улар.
Европа иҡтисади комиссияһы киләһе йылдың 1 ғинуарынан эшләй башларға тейеш, тик бының өсөн әлеге килешеүҙең өс илдең дә парламенттары аша үтеүе шарт. Дмитрий Медведев документты шунда уҡ Дәүләт Думаһына ебәрҙе лә инде, Александр Лукашенко менән Нурсолтан Назарбаев та уның өлгөһөнә эйәрергә һүҙ бирҙе.
Президенттарҙың һүҙҙәренә ҡарағанда, берләшмә асыҡ буласаҡ, әммә унда теләгән һәр кемде индерергә йыйынмайҙар. Ҡушылырға йыйыныусы илдәргә бер, ике, хатта унар йыл көтөргә, һынау үтергә тура киләсәк. Дмитрий Медведевтың белдереүенсә, Евразия кимәлендәге ойошма, Европа союзының хаталарын иҫәпкә алып, бик һаҡ эш итергә тейеш. Шул саҡта һуңғы йылдарҙағы кеүек финанс көрсөктәренән дә ҡурҡмаҫҡа мөмкин, тине ил башлыҡтары.
Нурсолтан Назарбаев әлеге союзды донъялағы 240 берләшмә араһында иң ҡеүәтлеһе һәм анығы тип иҫәпләй. “Биш йыл элек Сочи ҡалаһында Таможня союзы булдырыу хаҡында килешкәйнек, хәҙер артабанғы баҫҡысҡа күтәреләбеҙ”, — тине ул. Әлеге өс илдең йылдамыраҡ хәрәкәт итеүе өсөн шарттар ҙа яҡшы: дөйөм эске тулайым продукт күләме 2 триллион долларға яҡын.
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов та үткән аҙнала Октябрьский ҡалаһы халҡы менән осрашҡанында берҙәмлектең ҡиммәте хаҡында иҫкә төшөрҙө: “Бөгөн шуны аңлайбыҙ: йә ҡулға-ҡул тотоношоп йәшәйбеҙ, йә беҙҙе берәм-һәрәм һындырып бөтәсәктәр. Илебеҙ сит илдәрҙәге байтаҡ көстәр — айырыуса нефть, газ һәм башҡа сеймал менән шөғөлләнеүсе халыҡ-ара корпорациялар — өсөн һимеҙ ҡалъя булып күренә”.
Рөстәм Зәки улы бер-береңә теш ҡайрауҙан баш тартыуҙың мөһимлеген дә билдәләне. “Башҡаларҙың хаталарын эҙләп, уға ялған өҫтәп, халыҡҡа күпертеп күрһәтеү низағ тыуҙырырға, йәмғиәтте тарҡатырға, дәүләт нигеҙен ҡаҡшатырға теләүселәр тарафынан башҡарыла”, — тип иҫкәртте Президент.
Даян МӘЖИТОВ