Яңы кимәлгә сығабыҙ08.01.2014
Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев матбуғат конференцияһында бишенсе саҡырылыш парламентының көҙгө сессияһындағы эш йомғаҡтары хаҡында һөйләне. Журналистар менән осрашыуҙы асып, ул республика Президентының Мөрәжәғәтнамәһендәге иң мөһим мәлдәрҙе билдәләне.
— Беҙҙеңсә, республика үҫеше, дәүләт идараһын камиллаштырыу, власть тармаҡтары араһындағы бәйләнеште нығытыу, власть институттарын туплау, граждандар йәмғиәте менән бәйле мөһим мәсьәләләр унда ентекле сағылыш тапты. Беҙ Мөрәжәғәтнамәләге йүнәлештәрҙе ҡәнәғәтлек менән ҡабул иттек, әле уларҙы Дәүләт Йыйылышы эшмәкәрлегендә файҙаланыу йәһәтенән билдәле бер эш тормошҡа ашырыла, — тине Константин Толкачев.
Спикер шулай уҡ Мөрәжәғәтнамәнең депутаттарға ғына түгел, шулай уҡ йәмғиәткә, халыҡҡа, Хөкүмәткә йүнәлтелеүен дә билдәләне.
— Парламенттың өстән ике өлөшө яңырҙы. Һәр депутаттың мөмкинлеген аңлау, ғәмәлдәрҙе көйләү мөһим ине. Көндәлек мәсьәләләр ҙә байтаҡ осраны. Был сессия эшкә нигеҙ һалды, киләһеләре, минеңсә, закон сығарыу йәһәтенән һөҙөмтәлерәк, көсөргәнешлерәк булыр. Бик күп ҡыҙыҡлы закон сығарыу башланғыстарына шаһит булырбыҙ, тип уйлайым. Улар менән депутаттарыбыҙ федераль кимәлгә лә сығырға йыйына, — тине Константин Толкачев.
Парламент спикеры әйтеүенсә, 2014 йылда Өфөлә эшләгән депутаттар ассоциацияһын ойоштороу дауам итәсәк.


Вернуться назад