Халыҡ депутат хәстәренә мохтаж28.12.2013
Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев, һәр йылдағыса, журналистар өсөн матбуғат конференцияһы уҙғарҙы. Ул парламенттың көҙгө сессияһы осорондағы эшмәкәрлегенә бағышланды.
Рәйес башта үҙенең урынбаҫарҙары һәм комитет рәйестәре менән таныштырҙы.
– Ошо көндәрҙә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға сираттағы Мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһаны, – тине Константин Борисович. – Йәшәйешебеҙҙең торошо, киләсәктә республикабыҙҙың үҫеше өсөн ҡайһы йүнәлешкә өҫтөнлөк биреү, дәүләт менән идара итеүҙе камиллаштырыу, төрлө кимәлдәге властар араһындағы бәйләнеште нығытыу, ҡыҫҡаһы, һәммәбеҙгә лә ҡағылған көнүҙәк мәсьәләләр мөһим документта тулыһынса сағылыш тапҡан. Уны икенсе төрлө йәмәғәтселеккә, халыҡҡа һәм Хөкүмәткә мөрәжәғәт тип аңларға мөмкин.
Константин Толкачевтың һүҙҙәренә ҡарағанда, үткән осор депутаттар өсөн үҙенә күрә көсөргәнешле генә булған.
Һөйләшеүҙең икенсе өлөшөндә Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе хәбәрселәрҙең һорауҙарына яуап бирҙе.