“Буш вәғәҙәләр юҡ”28.12.2013
Ошо көндәрҙә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайға сираттағы Мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһаны. Һеҙ уны нисек ҡабул иттегеҙ?

Зөһрә РӘХМӘТУЛЛИНА,
Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты
:
— Башҡортостан Президенты республиканың киләһе йылға иғтибар үҙәгендә буласаҡ төп йүнәлештәрен билдәләне. Был — тәү сиратта, республика халҡының тормош сифатын күтәреү, граждандарҙың рухи һәм физик сәләмәтлеге, уларҙы арзан торлаҡ, эш урыны һәм хеҙмәт хаҡы менән тәьмин итеү. Быйылғы Мөрәжәғәтнамәнең төп темаһы — йәмәғәтселекте берләштереү, халыҡ менән улар мәнфәғәтендә эшләгән власть органдарының хеҙмәттәшлеген нығытыу. Алда беҙҙе мөһим ШОС һәм БРИКС саммиттарына әҙерлек, Рәсәй Президентының май указдары өҫтөндә эшләү көтә. Шуныһы ҡыуаныслы: төбәк үҫешә, инвестиция ҡануниәте булдырылды, инвесторҙар килә башланы. Бар бурыстарҙы ла лайыҡлы атҡарырбыҙ тип ышанам.

Рима БАТАЛОВА,
Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты, спортсы
:
— Миңә, спортсыға, Президенттың берләшеү тураһындағы һүҙҙәре яҡын. Ысынлап та, барыбыҙға ла — депутаттарға ла, йәмәғәтселеккә лә, власҡа ла — тыуған Башҡортостаныбыҙ мәнфәғәте хаҡына тупланырға кәрәк. Дөйөм алғанда, Рөстәм Хәмитов бар мөһим йүнәлештәрҙе лә телгә алды, аныҡ бурыстар ҡуйҙы тип иҫәпләйем.

Ғәле САМАТОВ,
хеҙмәт ветераны, Стәрлетамаҡ ҡалаһы
:
— Рөстәм Хәмитовтың быйылғы Мөрәжәғәтнамәһе үҙенең аныҡлығы менән шунда уҡ иғтибарҙы йәлеп итә. Дөйөм һүҙҙәр, яңғырауыҡлы буш вәғәҙәләр юҡ. Уны республикаға артабан үҫеү өсөн төплө бизнес-план тип ҡабул итергә була.


Вернуться назад