Аҡса иҫәп ярата27.12.2013
Ил Президентының май указдары нисек үтәлә?
Рәсәй Федерацияһы Президентының 2012 йылдың майындағы указдары нисек үтәлә? Социаль өлкә тармаҡтары үҙҙәренең быйылғы эшен нисек баһалай? Башҡортостан Хөкүмәтендә район һәм ҡала хакимиәттәре башлыҡтары урынбаҫарҙары менән үткәрелгән кәңәшмәлә һүҙ ошо хаҡта барҙы.
— Йыл көсөргәнешле булды, — тине Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫары Лилиә Ғүмәрова. — Социаль өлкәләге ҡатмарлы мәсьәләләрҙе муниципалитеттар менән бергәләшеп хәл иткәндә генә һөҙөмтәгә өлгәшәсәкбеҙ. Бөгөн барлаясаҡ мөһим эштәрҙең барыһы ла халыҡтың тормош шарттарын яҡшыртыуға йүнәлтелгән.
Бюджет өлкәһендәге 170 мең хеҙмәткәрҙең эш хаҡын күтәреү — иғтибарға лайыҡ күренеш. Әммә әлегә мәктәпкәсә учреждениелар, өҫтәмә белем биреү хеҙмәткәрҙәренең, социаль һәм мәҙәниәт өлкәһендә эшләүселәрҙең хеҙмәт хаҡы бөтә төбәктәрҙә лә тейешле кимәлгә еткерелгән тип әйтеп булмай. Ошо йүнәлешкә бүленгән аҡсаны хужаларса дөрөҫ тотонолмауы һөҙөмтәһендә халыҡта ҡәнәғәтһеҙлек тойғолары арта. Лилиә Салауат ҡыҙы был тәңгәлдә муниципаль берәмектәргә эске резервтарҙы ла ҡулланыу кәрәклеген билдәләне. “Теге йәки был төбәктә яңы балалар баҡсаһы, бассейн төҙөү кәрәкме-юҡмы икәнлеген асыҡлау өсөн тәүҙә демографик хәлде күҙаллау, планлаштырыу кәрәк”, — тине вице-премьер.
Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова, киләсәктә хеҙмәт мөнәсәбәттәрен яйға һалырға кәрәк, тип белдерҙе. Инвалидтарҙы эш менән тәьмин итеү, квоталар булдырыу, “Асыҡ мөхит” программаһын тормошҡа ашырыу буйынса ла атҡараһы эштәр бихисап. Министрҙы айырыуса Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарын уңайлы торлаҡ менән тәьмин итеп тә, ҡайһы берҙәренең һаман да иҫке, йәшәү өсөн яраҡһыҙ йорттарында көн итеүе борсоуға һалған. Киләһе йылда был мәсьәлә мотлаҡ күҙ уңында тотоласаҡ, һәр осраҡ ентекле тикшереләсәк.
Министр эш урындарының хәүефһеҙлеге, хеҙмәтте һаҡлау, юл-транспорт фажиғәләрен булдырмау буйынса ла фекерҙәре менән уртаҡлашты. Быйыл хеҙмәт урындарында ғына 67 кешене юғалтҡанбыҙ.
Һаулыҡ һаҡлау министры Георгий Шебаев та сығышында халыҡтың үлемен кәметеү буйынса сараларҙы билдәләп үтте. Халыҡты диспансерлаштырыу буйынса пландың үтәлмәүен дә етәксе йәшермәне. Ә бына табиптарҙың лайыҡлы эш хаҡы алыуҙары күңелле хәл, әлбиттә. Уртаса эш хаҡы 38 мең һумға еткән. Республиканың мәғариф системаһы алдағы йылдарҙа нисек үҫешәсәк, балалар баҡсаһы менән тәьмин итеүҙең ниндәй альтернатив формалары буласаҡ — был һорауҙарға мәғариф министры Әлфис Ғаязов төплө яуап ҡайтарырға тырышты. Быйыл мәктәпкәсә йәштәге учреждение тәрбиәселәренең эш хаҡы күтәрелгән, уҡыусыларҙы юл йөрөтөү өсөн автобустар етерлек күләмдә бүленгән. Күптәрҙе борсоған Берҙәм дәүләт имтихандарына талаптарҙың көсәйтеләсәген дә белдерҙе етәксе.
Федераль үҙәктең аҡсаһы иҫәбенә яңыртыласаҡ мәктәпкәсә белем биреү учреждениеларына иғтибарҙы арттырыу кәрәклеге билдәләнде. “Үҙәктән һәр тинде алыу өсөн көрәшкәндә ҡайһы бер төбәктәрҙең бүленгән аҡсаны үҙләштермәүе аптырата, — тине Лилиә Салауат ҡыҙы. — Әгәр ҙә аҡсаны файҙалана белмәйбеҙ икән, башҡаса ундай мөмкинлектән ҡолаҡ ҡағыуыбыҙ ихтимал”.
2014 йыл, исемле йылдарҙы дауам итеп, тарихта Мәҙәниәт йылы булып ҡаласаҡ. Республиканың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова быйыл тармаҡҡа Хөкүмәт тарафынан ҙур иғтибар бирелеүен белдереп, киләһе йылға пландары менән уртаҡлашты.


Вернуться назад