Президент указдары үтәләме?25.12.2013
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Мәскәүҙә Дәүләт Советы менән Президент ҡарамағындағы Рәсәйҙең социаль-иҡтисади үҫешендәге айырым маҡсатлы күрһәткестәргә өлгәшеү мониторингы комиссияһының берлектәге ултырышында ҡатнашты. Кәңәшмәне ил Президенты Владимир Путин үткәрҙе.
Дәүләт башлығының илдәге социаль-иҡтисади үҫеш тураһындағы указдарын үтәү буйынса сараларҙы тормошҡа ашырыу кәңәшмәнең төп темаһы булды. Был йәһәттән тәнҡит һүҙҙәре лә әйтелде. Унда шулай уҡ мәғарифты үҫтереү, торлаҡ-коммуналь хужалыҡты яңыртыу, хеҙмәт етештереүсәнлеген арттырыу мәсьәләләре тикшерелде.