Халыҡтың иғтибары артһын ине24.12.2013
Төп Законыбыҙ 1993 йылдың 24 декабрендә республиканың Юғары Советы тарафынан ҡабул ителде. Быйыл республикабыҙ Конституцияһы 20 йыллығын билдәләй. Ошо айҡанлы уҡыусыларҙан уны белеү-белмәүҙәре тураһында һораштыҡ.

Закуан ИБРАЕВ, пенсионер:
— Әлбиттә, әлеге Конституция бынан 20 йыл элек ҡабул ителгәне менән тап килмәй. Ул саҡта беҙҙә үҙаллылыҡ күберәк, хоҡуҡтарыбыҙ киңерәк ине. Хәҙер иһә Федераль үҙәккә арҡаланырға күнектек. Миңә, өлкән быуын кешеһенә, тәүгеһе яҡыныраҡ һәм ҡәҙерлерәк ине.

Зилә НУРҒӘЛИНА, адвокат:
— Эйе, Конституциябыҙ бар, ул ғәмәлдә. Әммә шундай һорау тыуа: унда нимә яҙылғанын бөтәһе лә беләме икән? Юҡтыр, тип уйлайым. Төп Законды белеп етмәү сәбәпле, кеше үҙенең хоҡуҡтары тураһында ла аныҡ ҡына хәбәрҙар түгел. Ә был хоҡуҡи наҙанлыҡҡа, битарафлыҡҡа килтерә. Әлбиттә, Конституцияның әһәмиәтен аңлайбыҙ. Илебеҙ граждандарының хоҡуҡтары гаранты булған иң мөһим документ бит ул.

Рәүилә МАЛИКОВА, бюджет өлкәһе хеҙмәткәре:
— Быйыл ил Конституцияһына ла егерме йыл тулғас, был хаҡта матбуғатта, телевидениела мәғлүмәт күп булды, төрлө саралар үтте. Ә бына башҡа ваҡытта дәүләттең иҫтәлекле көндәре һиҙелмәй генә үтеп китә. Мәғлүмәт күберәк булһа, кеше лә, бәлки, Төп Законды нығыраҡ өйрәнер, хоҡуҡтарын белергә тырышыр ине.

Римма ИРЕКОВА, йәш белгес:
— Уңайһыҙ булһа ла, әйтәм: Конституцияны насар беләм. Мәктәптә арлы-бирле генә өйрәттеләр, институтта ла әллә ни иғтибар бүленмәне. Унда минең хоҡуҡтарым яҙылғанын аңлайым, уны үҙем уҡып белергә тейешмен дә кеүек. Тик дәүләт яғынан да Төп Законды өйрәтеүгә иғтибар ҙурыраҡ булһын ине.

Айрат УСМАНОВ, журналист:
— Мин илебеҙ һәм республикабыҙ Конституцияларының АҠШ-тыҡы һымаҡ булыуын теләр инем. Эш уларҙа нимә яҙылыуында түгел. АҠШ-тың Төп Законы бер яҙылған да быяла аҫтына һалып ҡуйылған, уны бер кем дә үҙгәртә лә, төҙәтә лә алмай. Беҙҙә иһә йыл һайын тиерлек төбәк ҡануниәтен үҙәктекенә яраҡлаштырып торалар. Минеңсә, был дөрөҫ түгел.


Вернуться назад