Ҡала башлығы булып Шмелев эшләйәсәк24.12.2013
Ҡала башлығы булып Шмелев эшләйәсәкОктябрьский ҡала Советы Алексей Шмелевты контракт буйынса ҡала хакимиәте башлығы вазифаһына тәғәйенләргә ҡарар итте.
Алексей Николаевич Шмелев 1960 йылдың 11 мартында Дәүләкән районының Ленинский ҡасабаһында тыуған. Белеме буйынса — инженер-төҙөүсе, Ҡазан инженерлыҡ-төҙөлөш институтын тамамлаған. Төрлө йылдарҙа “Башнефть” компанияһының Октябрьский ремонт-төҙөлөш идаралығында мастер, баш инженер, начальник, “Туймазынефть” нефть һәм газ сығарыу идаралығында цех начальнигы, Октябрьский нефть һәм газ машиналары эшләү заводында генераль директор булып эшләгән. 2007 йылда Октябрьский ҡалаһы хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары итеп тәғәйенләнгән. Быйыл ноябрҙән хакимиәт башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарған.


Вернуться назад