Күҙгә-күҙ ҡарашып21.12.2013
Ил Президенты Владимир Путин ошо көндәрҙә инде туғыҙынсы тапҡыр күҙгә-күҙ ҡарап журналистар менән аралашты. Матбуғат конференцияһына Рәсәй төбәктәренән һәм сит илдәрҙән 1319 хәбәрсе килде. Был ҡыҙыҡлы сәйәси сарала Башҡортостан вәкилдәре лә ҡатнашты.
— Йыл эшлекле булды, хеҙмәттә үтте, — тип башланы ил башлығы һүҙен. Владимир Владимирович 2013 йылдың төп һөҙөмтәләрен барлап сыҡҡас, һорауҙарға яуап бирергә әҙерлеген белдерҙе.
Әйтергә кәрәк, һорауҙар үткер генә ине. Иң тәүгеһе көн үҙәгенән төшмәгән Украина мәсьәләһенә ҡағылды. Президент аңлатыуынса, 15 миллиард доллар аҡса күршеләргә кредитҡа бирелә, ул мотлаҡ ҡайтарыласаҡ. Газға ташлама иһә был дәүләткә ярҙам йөҙөнән эшләнә.
Мэрҙарҙы һайлап ҡуйыу һәм муниципаль реформа тураһындағы һорауға ла Владимир Владимировичтың яуабы әҙер ине.
— Мэрҙарҙы һайлап ҡуйыу мөһим. Беҙ Европа хартияһы ағзалары бит. Муниципалитет иһә — властың халыҡҡа иң яҡыны. Әле мәғариф, медицина өлкәләре уға ҡарамай. Аҡса, финанслау етмәгәндән эшләнә был,— тине Президент.
Һорауҙар төрлө булды. Улар араһында банктарҙың лицензияларын тартып алыу, Калининград янында “Искәндәр” комплекстарын урынлаштырыу, Алыҫ Көнсығыштағы һыу баҫыу, Сноуден, Сочиҙағы Олимпия уйындары тураһындағылары ла бар ине. Сәйәсәт, иҡтисад, социаль тармаҡтар иғтибар үҙәгендә торҙо. Шәхси мәсьәләләрен хәл итеүҙе үтенеүселәр ҙә табылды.
Матбуғат конференцияһы һуңында Владимир Путин Михаил Ходорковский мәсьәләһенә ҡағылды. Яңы ғына Президент уны ярлыҡау тураһындағы Указға ҡул ҡуйған. Шулай уҡ дәүләт башлығынан кемде үҙенән башҡа лайыҡлы сәйәсмән тип һанағаны менән ҡыҙыҡһындылар. Ул Геннадий Зюганов, Владимир Жириновский, Сергей Миронов, Дмитрий Медведевтарҙың исемен атаны. Үҙенән һуң кемде президент итеп күрергә теләүе тураһында Путиндың әйткеһе килмәне.