Йыл законы
Быйылдан белем биреү "Рәсәй Федерацияһында мәғариф тураһында"ғы Закон буйынса тормошҡа ашырыла башланы. Федераль үҙәктекенә ярашлы, республиканың уҡыу-уҡытыу ҡануниәте лә яңырыу кисерҙе.
Проекты өс йылға яҡын тикшерелгән, ҡыҙыу фекер алышыу аша тыуған яңы ҡануниәтте "халыҡ документы" тип атарға мөмкин. Был эштә йәмғиәттең дәррәү ҡатнашыуына ғәжәпләнәһе түгел, сөнки мәғариф тураһындағы Закон Рәсәйҙә йәшәгән һәр дүртенсе кешегә, йәғни 40 миллион самаһы яҙмышҡа йоғонто яһаны: илебеҙҙә 30 миллион тирәһе мәктәпкәсә йәштәге бала, уҡыусы, студент иҫәпләнә, бынан тыш белем биреү һәм фән өлкәһендә ун миллионға яҡын кеше эшләй.
Мәғлүм булыуынса, ҡануниәттең проектын әҙерләүҙә Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаттары, педагогик йәмғиәт вәкилдәренән тупланған эш төркөмө яҡындан ҡатнашты. Улар тарафынан тәҡдим ителгән төҙәтмәләрҙең байтағы ҡабул ителде, положениеларҙы төҙөгәндә һәм раҫлағанда иҫәпкә алынды. Мәҫәлән, ауыл уҡытыусыларына торлаҡ-коммуналь хужалыҡҡа түләүҙә социаль гарантияны һаҡлау, милли республикаларҙа туған телдәрҙе һәм дәүләт телдәрен уҡытыу мөһимлеге, бәләкәй комплектлы мәктәптәрҙе япҡанда, йәмәғәтселектең фекерен иҫәпкә алыу кеүек тәҡдимдәребеҙ яҡлау тапты. Ғөмүмән, Башҡортостан ҡанунды әҙерләүгә өлөш индереү йәһәтенән төбәктәр араһында тәүгеләр рәтендә булды.
Яңы законда төп иғтибар уҡытыуҙың сифатына, асыҡлығына, аныҡ, һөҙөмтәле эшкә, йәш быуындың, педагогтарҙың хоҡуҡтарына йүнәлтелгән. Айырым статьялар электрон белем биреүҙең мөһимлеген раҫлап, уны ҡулланыу юлдарын күрһәтә, уҡыусыларҙың баҫма һәм электрон әсбап менән тулыһынса тәьмин ителергә тейешлеген гарантиялай. Шуныһы айырыуса мөһим: яңы законда башҡорт теленең дәүләт статусы һаҡлап ҡалынды.
— Яңы ҡануниәт уҡытыу системаһына үҙгәрештәр индереп кенә ҡалманы, эште атҡарып сығыу юлдарын да күрһәтте, — ти республиканың мәғариф министры Әлфис Ғаязов. — Был тәү сиратта милли телдәрҙе уҡытыуға ҡағылды. Закон проекты ҡаралғандағы һөйләшеүҙәр беҙҙең юлдың дөрөҫ булыуын асыҡланы. Һөҙөмтәлә төбәктәрҙә милли телдәрҙе уҡытыу ҡануниәттә үҙ урынын һаҡлап ҡына ҡалманы, хатта көсәйтеп бирелде.