Иң йәш һәм камил Конституция20.12.2013
Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының Конституциялары ҡабул ителеүгә 20 йыл тулыу айҡанлы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙа үткәрелгән ултырышта төбәк етәксеһе Рөстәм Хәмитов йыйылыусыларҙы юбилей менән ҡотланы, лайыҡлыларға дәүләт наградалары тапшырҙы.
– Яңы Конституция – хәҙерге Рәсәй федерализмының нигеҙе ул. Уның принциптары һәм положениелары ғәмәлдәге барлыҡ хоҡуҡ һәм ҡануниәт системаһы өсөн мөһим. 1993 йылғы Конституция хәҙерге донъяның иң ҙур федератив дәүләте өсөн берләштереүсе нигеҙ булды, – тине Рөстәм Зәки улы. Шул уҡ йылда ҡабул ителгән Башҡортостан Республикаһы Конституцияһы иһә төбәгебеҙҙең дәүләт-хоҡуҡи, социаль-иҡтисади һәм мәҙәни үҫеш йүнәлештәрен билдәләне.
Республика башлығы әйтеүенсә, Конституция шәхси, дәүләт, муниципаль һәм башҡа милекселек формаларын тигеҙ яҡлай. “Ошоға нигеҙләнеп, беҙ иҡтисадты яңыртыу өсөн ныҡлы ҡануниәт базаһын булдырҙыҡ. Инвесторҙар өсөн етди льготалар билдәләнек. Хәҙер ике тиҫтәнән ашыу яңыртылған инвестиция закондары һәм норматив хоҡуҡи акттар уларҙың мәнфәғәтен яҡлай”, – тине ул.
Шул уҡ ваҡытта, Рөстәм Хәмитов фекеренсә, беҙҙең өсөн иҡтисади үҫеш – үҙмаҡсат түгел, ә социаль мәсьәләләрҙе хәл итеү, халҡыбыҙҙың тормош сифатын яҡшыртыу сараһы. “Беҙҙең сәйәсәт ғаиләләргә һөҙөмтәле ярҙам күрһәтеүгә, әсәлекте һәм балалыҡты яҡлауға, өлкән быуын хаҡында хәстәрлеккә, белем биреүҙе һәм һаулыҡ һаҡлауҙы, мәҙәниәтте һәм спортты үҫтереүгә йүнәлтелгән. Бурысыбыҙ – артабан да Конституцияның төп принциптарын һөҙөмтәле тормошҡа ашырыуҙы тәьмин итеү”, – тип билдәләне Башҡортостан Президенты.