Исеме “яңырыу” һүҙенә ауаздаш20.12.2013
Исеме “яңырыу” һүҙенә ауаздашЙыл сәйәсмәне

Рөстәм Хәмитов — илдәге иң көслө, тәжрибәле, абруйлы сәйәсмәндәрҙең, төбәк башлыҡтарының береһе. Был буш һүҙҙәр түгел, уны халыҡ-ара кимәлдәге рейтинг агентлыҡтары баһалары ла, йәмәғәтселек фекерен өйрәнеү үҙәктәренең тикшеренеүҙәре лә дәлилләй.
2013 йыл сәйәси йәһәттән республика өсөн дә, илгә лә еңелдән булманы. Ҙур һынауҙар, саралар, ваҡиғалар менән килде ул. Шуларҙың иң мөһимдәренең береһе — Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайға депутаттар һайлау. Рөстәм Хәмитов “Берҙәм Рәсәй” партияһы исемлеге башында торҙо, “Яңырыу командаһы” булып барҙы улар һайлауға. Иң күп тауышты тап ошо партияның йыйыуы бер кемде лә аптыратмағандыр. Был халыҡтың Президенттың эшмәкәрлегенә ыңғай баһа биреүен раҫлай.
Йыл дауамында республикабыҙға ил Президенты Владимир Путин, Рәсәй Хөкүмәте башлығы Дмитрий Медведев, төрлө федераль министрҙар килде һәм ил кимәлендә мөһим саралар үткәрҙе. Был да Башҡортостанға һәм уның етәксеһенә ышаныс йөҙөнән башҡарыла. Шулай уҡ Рөстәм Зәки улының башланғысы һәм тырышлығы менән 2015 йылда Өфөлә ШОС һәм БРИКС дәүләттәре саммиттары үтәсәк.
Рөстәм Хәмитовҡа ышаныс һәм ихтирам артҡандан-арта. Ул әле һаман төбәгебеҙгә инвестициялар, халыҡ-ара танылыу килтереү өҫтөндә тырыша. Әлбиттә, беҙҙең Президент социаль тармаҡты, мәғариф һәм мәҙәниәтте лә иғтибар үҙәгендә тота. Беҙҙә ил, хатта донъя кимәлендәге “йондоҙ”ҙар йыш сығыш яһай, республиканың ижади коллективтарына Президент гранты тапшырыла башланы — барыһы ла етәкселектең хәстәрлеге менән.


Вернуться назад