Йыл вазифаһы
Башҡортостандың бишенсе саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайға депутаттар һайланыуға бәйле республика парламентында үҙгәрештәр булды.
Закон сығарыу органы етәксеһе итеп сираттағы тапҡыр Константин Толкачев билдәләнде. Ә бына уның урынбаҫарҙары — яңы кешеләр: Йомабика Ильясова, Франис Сәйфуллин һәм Вадим Старов. Бөгөн һүҙебеҙ уларҙың береһе — шағирә, журналист Йомабикә Ильясова тураһында.
Йомабикә Сәләхетдин ҡыҙы Хәйбулла районының Аҡъюл ауылында тыуған, Башҡорт дәүләт университетын тамамлаған. Уны күптәр “Башҡортостан ҡыҙы” журналының баш мөхәррире булараҡ белә. Журналға ул тәүҙә яуаплы секретарь булып килгән, аҙаҡ инде 14 йыл самаһы баш мөхәррир вазифаһын уңышлы атҡарҙы.
Йомабикә Ильясова — Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың яҙыусылар, журналистар союздары, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты, Башҡортостан Ҡатын-ҡыҙҙары союзының президиумы ағзаһы, “Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре”, “Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре” тигән маҡтаулы исемдәре бар, төрлө тармаҡ наградалары менән бүләкләнгән.
Сәйәси карьераһын ул дүртенсе саҡырылыш республика парламентында депутат булып башлағайны. Ҡатын-ҡыҙға сәйәсәттә еңел түгел, әлбиттә, тик ниндәй генә ҡатмарлы өлкә булһа ла, унда гүзәл затҡа хас һиҙгер күңеллелек, кешеләр проблемаһын йөрәк аша үткәрә белеү мөһим. Һүҙе үтемле шағирә һәм журналист Йомабикә Сәләхетдин ҡыҙы был эштә лә һынатмаҫ.