Стәрлетамаҡ ҡалаһы ҙурая18.12.2013
Стәрлетамаҡ ҡалаһы ҙураяБашҡортостан Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай Президиумы ултырышы был юлы күңелле ваҡиға менән башланды. Республика парламенты Рәйесе Константин Толкачев тармаҡ ветерандарына һәм алдынғы хеҙмәткәрҙәргә Почет грамоталары тапшырҙы.

Артабан Президиум ултырышы үҙ яйы менән дауам итте. Сираттағы һәм быйылғы һуңғы пленар ултырыш 26 декабрҙә буласаҡ. Унда Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитовтың республика парламентына йыллыҡ Мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһауы көтөлә.
Пленар ултырыштың көн тәртибенә 40-тан ашыу мәсьәлә сығарыла. Уларҙың шаҡтай ҙур өлөшө ҡабул итергә әҙер булһа, 15-ләгәне депутаттар иғтибарына тәүгә тәҡдим ителә. Мәҫәлән, “Башҡортостан Республикаһы Конституцияһына үҙгәрештәр һәм өҫтәмәләр индереү тураһында”, “Башҡортостан Республикаһының Административ хоҡуҡ боҙоуҙар кодексына үҙгәрештәр индереү тураһында”, “Башҡортостан Республикаһы закондарына үҙгәрештәр индереү тураһында” һәм башҡалар.
Ҡайһы бер ҡабул ителәсәк закондар буйынса Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев журналистарға аңлатма биреп үтте. Башҡортостан Республикаһы Конституцияһына үҙгәрештәр индереү буйынса ул:
— Йәмәғәтселек фекере власть органдары өсөн хәл иткес әһәмиәткә эйә. Уларҙың эшмәкәрлеге йәмәғәт контролендә булырға тейеш. Был республика Конституцияһын үҙгәртеүгә нигеҙ булды ла инде. Граждандарҙың билдәле бер төркөмө Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай йәки урындағы советтарға закон проектын да тәҡдим итә ала. Депутаттар уны мотлаҡ тикшерергә, ниндәй ҙә булһа ҡарар сығарырға тейеш, — тине.
Тағы бер яңылыҡ: Стәрлетамаҡ ҡалаһының сиктәре киңәйә. Был “Рәсәй граждандарына арзан һәм уңайлы торлаҡ” милли проектын тормошҡа ашырыу өсөн кәрәк. Яңы торлаҡ йорттар, социаль объекттар, транспорт һәм инженер инфраструктураһы төҙөү күҙаллана.
Константин Борисович ауыл ерендә йәшәгән һәм эшләгән белгестәргә социаль ярҙам күрһәтеү тәртибенә һәм Рәсәй Конституцияһына индереләсәк үҙгәрештәр тураһында ла аңлатма бирҙе.


Вернуться назад